18 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостандың бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле һәм маҡсатлы файҙаланыу мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт кәңәшмәһе үтте.
Кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы бюджет-ара трансферттарҙы тотоноу һәм уларҙы биреү механизмын камиллаштырыу тәҡдимдәрен тикшереү һөҙөмтәләре ҡаралды.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – граждандарыбыҙҙы борсоған тармаҡтарҙың береһе. Министрлыҡтың һөҙөмтәле эшләүенә кешеләрҙең уңайлы тормошо бәйле. Бюджет-ара трансферттар торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы сығымдарҙың 70 процентын тиерлек тәшкил итә. Маҡсатыбыҙ – бюджет аҡсаһын файҙаланыуға контролде мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк, асығыраҡ итеү, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Республиканың финанс министры урынбаҫары – Контроль-ревизия идаралығы етәксеһе Юлия Ольговская республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы биргән бюджет-ара трансферттарҙы файҙаланыуға контроль, 2020 йылдың 30 апрелендәге Хөкүмәт комиссияһы кәңәшмәһе ҡарарҙарын үтәү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һәм республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк коммуналь ойошмаларҙың “төшөп ҡалдырылған килем”де ҡаплау механизмдарын камиллаштырыу саралары тураһында әйтте.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы мәсьәләләрҙе көйләү буйынса юл картаһын эшләү маҡсатында ведомство-ара эшлекле төркөм ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Коммуналь инфраструктура тармағында ремонт эштәрен атҡарыу барышына оператив һәм асыҡ контролде тәьмин итәсәк берҙәм системаны ойоштороу тәҡдим ителде.