Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “КамАЗ” директоры Сергей Когогиндың эшлекле осрашыуы булды.
Сарала яҡтар “КамАЗ”дың Нефтекама һәм Туймазы ҡалаларында урынлашҡан предприятиелары үҫеше хаҡында һөйләште. Һүҙ тәүлегенә “НефАЗ”да дүрттән туғыҙға тиклем етештереүҙе арттырасаҡ модеринизациялау хаҡында барҙы.
“Етештереүҙе киңәйтеү яңы эш урындарын барлыҡҡа килтереүенә ышанабыҙ, бюджетҡа һалым килемдәре лә артасаҡ. Бындай партнерҙар менән эшләргә мөмкин”, - тип яҙҙы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Эшлекле осрашыуҙа “Туймазы автобетоновоздар заводы” майҙанында сәнәғәт технопаркын төҙөү хаҡында ла һөйләштеләр. Янғын һағы автоцистерналарын, сүп-сар ташыу һәм башҡа техниканы сығарыуҙы тергеҙеү планлаштырыла.
Сергей Когогиндың әйтеүенсә, “КамАЗ” Башҡортостанға июлдә республикала үтәсәк "WorldSkills Russia” милли чемпионатын ойоштороуҙа ярҙам итәсәк.