Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Иҡтисад
20 Май 2021, 18:00
“Рәсәй тәме”ндә ҡатнашыусыларға - дәүләт ярҙамы
Быйыл конкурс 16 июндә башланасаҡ, һөҙөмтәләр 11 ноябрҙә Мәскәүҙә иғлан ителәсәк.
“Рәсәй тәме” конкурсы илдә икенсе тапҡыр уҙғарыла. Илдең Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән видеоселектор кәңәшмәһендә был бәйгелә ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелде.
Министр урынбаҫары Оксана Лут билдәләүенсә, быйыл конкурс 16 июндә башланасаҡ, һөҙөмтәләр 11 ноябрҙә Мәскәүҙә иғлан ителәсәк. Әлегә дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәм уның күләмен билдәләү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла, шулай ҙа уның тәү сиратта предприятиеларҙың ҡоролмаларын яңыртыу йәки төҙөкләндереүгә тотоноласағы күҙаллана. Был мөмкинлектән тыш, төбәк брендтарын таныулы итеүгә субсидиялар биреү мәсьәләһе ҡарала.
"Республикала етештерелгән аҙыҡ-түлекте Рәсәй баҙарына сығарыуҙы артабан да әүҙемләштерәсәкбеҙ. Былтыр “Рәсәй тәме” конкурсында 26 төр аҙыҡ-түлек һынау тотҡайны. Башҡорт балы еңеүсе тип табылды. Быйыл да ҡатнашыусылар һаны ошо уҡ кимәлдә булыр тип уйлайбыҙ. Беҙҙең маҡсат – тәмле, экологик яҡтан сифатлы аҙыҡ-түлек менән республиканы ғына түгел, күрше төбәктәрҙе лә тәьмин итеү", - тип билдәләне республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Әле республикала 2026 йылға концепция төҙөлгән, уға ярашлы, аҙыҡ-түлек етештереү һәм эшкәртеү предприятиелары һанын ике меңгә еткереү, тауар күләмен ике тапҡырға арттырыу маҡсаты тора.
Быйыл иһә мәртәбәле конкурс һигеҙ номинация буйынса үткәреләсәк. Һәр береһендә өс еңеүсе буласаҡ. Конкурс тураһында ентекләберәк ошо һылтанма буйынса уҡырға була:
https://russiantastes.ru/
.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"