Иҡтисад
20 Май 2021, 09:30

Системаға бөтә муниципалитеттар йәлеп ителә

Башҡортостанда ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең дәүләт мәғлүмәт системаһын ойоштороу буйынса әүҙем эш алып барыла.

Башҡортостанда ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең дәүләт мәғлүмәт системаһын ойоштороу буйынса әүҙем эш алып барыла. Был система дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү ғәмәлдәрен ябайлаштырыу һәм срогын ҡыҫҡартыу өсөн тәғәйенләнә. Уның операторы – Республика ҡала төҙөлөшө үҙәге. Әле системаға 33 муниципалитет индерелгән.
– Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең дәүләт мәғлүмәт системаһы республикала ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт туплау өсөн генә түгел, ошо өлкәләге органдарҙың вәкәләттәрен тәьмин итеү, мәғлүмәттәрҙе аналитика, капиталь төҙөлөш объекттарының эшенә идара итеү, биләмәләрҙе үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү маҡсатында ойошторола, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Егор Родин. – Шулай уҡ Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең дәүләт мәғлүмәт системаһын республикалағы мәғлүмәт системалары менән бәйләү планлаштырыла.
Йыл аҙағына тиклем системаға Башҡортостандағы бөтә 63 муниципаль берәмекте йәлеп итеү планлаштырыла.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас