Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөнө.
Документҡа ярашлы, яҡтар йөк ташыу өлкәһендә бергәләп эшләү тураһында килешкән. Был йылдам иҡтисади зона резиденттары һәм “Өфө” индустриаль паркы өсөн тауарҙарҙы, ҡоролмаларҙы һәм башҡа йөктәрҙе тимер юлдан ташыу мөмкинлеген бирәсәк.
“Рәсәй тимер юлы – йылдам иҡтисади зона һәм индустриаль парктар логистикаһын тәьмин итеү буйынса стратегик партнерыбыҙ. Беҙ компания менән концессияның мөмкин варианттары буйынса эшләйбеҙ һәм инвестиция майҙансыҡтарының транспорт инфраструктураһы үҫеше менән ҡыҙыҡһынабыҙ”, - тине Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Уның белдереүенсә, резиденттар уңайлы шарттарҙа ташыу күләмен арттыра ала. Тимер юлы компанияһы шулай уҡ “Өфө” индустриаль паркына ҡараған предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр һәм башҡа саралар ойоштороп, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүҙә ҡатнаша аласаҡ.
Берҙәм уңышлы эш яңы инвесторҙарҙы йәлеп итер, төбәкте тағы ла уңайлыраҡ итер тип күҙаллана.