Республикала юлдарҙы йүнәтеү эше йылдам бара. Мәҫәлән, кисә “Башкиравтодор” йәмғиәте хеҙмәтләндергән автомобиль юлдарында 489 берәмек техника эшләгән һәм, дөйөм алғанда, 83156 квадрат метр майҙанлыҡ соҡор ремонтланған.
Стәрлебашта ла ошо йүнәлештә эш ҡайнай. “Башкиравтодор” предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, райондың юл төҙөү-ремонтлау идаралығы Ҡырғыҙ Миәкә – Тәтер-Арыҫлан – Стәрлебаш автомобиль юлының 42-45 километр арауығында асфальт-бетон ҡатламын тергеҙеү эшен атҡара.
Ғәҙәттә, ремонтлау юлды япмайынса алып барыла, шуға ла водителдәрҙән иғтибарлы булыу, тиҙлек режимын күҙәтеү талап ителә.