20 майҙа “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектында ҡатнашыусыларҙың “Магнит” сауҙа селтәре вәкилдәре менән республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанттары ҡатнашлығында сауҙа-һатып алыу конференцияһы булды.
Сараның төп маҡсаты – башҡорт етештереүселәренең федераль селтәрҙәр кәштәләрендә аҙыҡ-түлеген арттырыу.
"Сауҙа-һатып алыу конференциялары ритейл менән республика етештереүселәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге емешле формат булып тора. Ошондай осрашыуҙар тауар етештереүселәргә продукцияны федераль сауҙа селтәренә ташыу, баҙарҙы киңәйтеү, тауар әйләнеште арттырыу шарттары һәм мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү мәмкинлеген бирә. Өҫтәмә рәүештә тағы бер мәсьәлә хәл ителә – һатып алыусыларҙың сифатлы тауарҙарға һорауын ҡәнәғәтләндереү", - тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта “Магнит” сауҙа селтәрендә проектта ҡатнашҡан 56 етештереүсенең продукцияһы тәҡдим ителгән.
"Сауҙа селтәребеҙ өсөн был сара – ғәмәлдәге һәм буласаҡ партнерҙар менән һөҙөмтәле һөйләшеү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ", - тип фекерен белдерҙе “Магнит” селтәре Урал округының категория менеджменты буйынса департаменты директоры Александр Бабецкул.
Конференцияла 70 тирәһе предприятие ҡатнашты. Улар араһында һөт аҙыҡ-түлектәрен, кондитер изделиеларын, ит ярымфабрикаттарын, һыу, алкоголһеҙ эсемлектәр әҙерләүселәр, йәшелсә үҫтереп һатыусылар бар ине.
Сара ваҡытында етештереүселәр продукция өлгөләре менән танышты, хаҡтар буйынса тәҡдимдәрҙе өйрәнде.
Киләсәктә “Магнит” сауҙа селтәре талаптарына тап килгән предприятиелар менән продукция ташыу буйынса килешеүҙәр төҙөләсәк.