“Минең өсөн яҙҙың матурлығы – һөрөлгән баҫыуҙар, улар өҫтөндә сутылдашып осҡан ҡоштар, – тип ихлас бәйән итте Яңауылдан Иҫке Ҡоҙашҡа ҡарай юлда район хакимиәте ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Рәлиф Сәлмәнов. – Тап ошо күренештәрҙә тормоштоң дауам итеүе, туҡлыҡ, шатлыҡ сағылғандай...”
Ә был тирәлә, ысынлап та, яҙҙың ҡабатланмаҫ йәме: баҫыуҙарҙа иртәнән миҙгел эштәре гөрләй. Иҫке Ҡоҙаш ауыл советына ҡараған Султый эргәһендәге һөрөнтө ерҙе иңләгән техника тракторсыһы Константин Митаев билдәләүенсә, элек ошондай бер майҙандағы бурыстарҙы ҡырҡлап кеше атҡарһа, хәҙер шул иҫәптең дүрттән бер өлөшө лә етә. “ИТС-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сифатлы һәм йылдам эшмәкәрлек алып барыуы һөҙөмтәһе был.
Ике йыл элек Яңауылдағы “Алексеевка” совхозының малсылыҡ комплексын, ауыл хужалығы объекттарын һатып алып, заманса үҫтереү бурысын йөкмәгән инвестор – Ижевск ҡалаһынан Михаил Попов – эште тәү сиратта техника паркын яңыртыуҙан башлап, хеҙмәтсәндәр иңенә төшкән йөктө күпкә кәметкән. “Элекке кеүек ватылып ыҙалатҡан иҫке техниканы ремонтлап ваҡыт уҙғармағас, барыһы ла ырай”, – ти тракторсы Константин Юрьевич.
Был ерҙәрҙең яңы хужаһы Михаил Попов – Яңауыл егете. Ижевскиҙа йәшәһә лә, тыуған яғында ауыл хужалығын үҫтереүҙе хәстәрләп, Ҡалтасы районында ла өлгө булырлыҡ уңышлы эшмәкәрлек алып бара ул. Яңауылда әле сәсеү майҙандарының иң күбе уларҙыҡы – 7200 гектар.
– “ИТС-Агро” быйыл да күберәк иген культуралары сәсә, – ти баш агроном Рәлиф Зиҡаф улы. – Әйткәндәй, район хужалыҡтары араһында улар ғына рапс үҫтерә. Быйыл да был культура 700 гектар майҙанды биләйәсәк. Билдәле булыуынса, рапсты үҫтереү еңелдән түгел, ул күп тапҡыр эшкәртеүҙе, тәрбиәләп тороуҙы, һауа шарттарына бәйле төрлө саралар күреүҙе талап итә. Ошо сәбәпле, Рәсәй буйынса алғанда ла, тармаҡта әлеге культураны сәсеү бер аҙ кәмегән. Был, әлбиттә, һатыуҙағы хәлгә лә бәйле – рапс беҙҙә тәү сиратта экспорт өсөн тәғәйенләнә. Уны үҙебеҙҙә эшкәртеү ныҡлы яйға һалынһа, файҙаһы, һис шикһеҙ, күберәк буласаҡ. Илдең ауыл хужалығы буйынса алға киткән төбәктәрендә рапс төпрәһе малды туҡландырыуҙа киң ҡулланыла. Йәнә шуныһы: 2020 йылдан Рәсәйҙә соя, рапс кеүек майлы культуралар етештереүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә башланы. Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы атҡарыла.
Баш агроном һөйләүенсә, рапс тамыры бүлендегенән тупраҡта санация яһала, йәғни ул таҙара, һөҙөмтәлә киләһе йылда шул баҫыуҙа иген культуралары, айырыуса ужым бойҙайы сәсһәң, уңыш көтөлгәндән күпкә мул буласаҡ.
– Ғөмүмән, “ИТС-Агро” еңел түгел, әммә табышлы эш менән шөғөлләнә, – ти баш агроном. – Инвесторҙың пландары күп. Улар район мәнфәғәтендә уңышлы тормошҡа ашырылыр тигән ышаныстабыҙ. Эш күбәйһә, эргә-тирәләге ауылдарҙа кеше һаны ла аҙаймаҫ ине. Юғиһә беҙҙә лә, башҡа яҡтарҙағы кеүек үк, урындағы халыҡтың ситкә китеү проблемаһы юҡ түгел. Бына ошо ауылдар араһындағы юлдар ҙа яҡшырыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Дөйөм алғанда, районда быйыл сәсеү эштәре 62 меңдән ашыу гектар майҙанда башҡарыла. Был хеҙмәтте атҡарғандар араһында күпселекте ҙур аграр йәмғиәттәр биләй, шулай уҡ ауыл хужалығы етештереү кооперативтары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла бар. Төп таянысыбыҙ – ер, шуға ла әлеге миҙгел эштәре беҙҙең өсөн күңел байрамы ғына ул, ти Яңауыл уңғандары.