“КамАЗ” акционерҙар йәмғиәте компаниялары төркөмө Башҡортостанда ике инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Уларға һалынасаҡ дөйөм күләм 4,5 миллиард һум тәшкил итәсәк, тип күҙаллана. Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙарҙы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән кәңәшмәлә ҡаранылар.
Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үтте. Сарала уның беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.
"Бындай күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу республикала яңы эш урындары булдырыуға һәм төбәк бюджетына һалым йыйымдарын арттырыуға булышлыҡ итәсәк, - тине Андрей Назаров. – Беҙҙең тарафтан бизнес өсөн максималь уңайлы шарттар булдырыуға ҡоролған стратегия һөҙөмтәлелеген раҫлай бара. Башҡортостанға шундай эре инвесторҙарҙың килеүе лә был фекергә ныҡлы дәлил булып тора".
Махсус инвестиция килешеүе төҙөү юлы менән НефАЗ нигеҙендә автобустар етештереүҙе модернизациялау производствоны киңәйтеү маҡсатын ҡуя, был эшмәкәрлеккә 4,1 миллиард һум аҡса йүнәлтергә уйлайҙар.
Туймазы ҡалаһында “ТЗА” акционерҙар йәмғиәтенең буш торған майҙандарында “Мастер” индустриаль технопаркы булдырыу күҙаллана. Биналарҙы үҙгәртеп ҡороуға һәм яңы етештереү тармаҡтарына 400 миллион һум самаһы аҡса бүлеү ҡаралған. Был проектты “КамАЗ” йәмғиәте тәҡдим итте.
"Башҡортостан килемгә һәм ойошмаларҙың милкенә һалымға льготалар тәҡдим итеп, әлеге проектты яҡларға, бизнесты уңайлы алып барыу өсөн шарттар тыуҙырырға әҙер", - тип белдерҙе Рөстәм Моратов.
Компания индустриаль парк булдырыу йәһәтенән Татарстанда уңышлы тәжрибәгә эйә. “КамАЗ” тарафынан сафҡа индерелгән парктар Ярославль, Ульяновск һәм Пенза өлкәләрендә, шулай уҡ Ставрополь крайында эшләй.
Бындай парктарҙың өҫтөнлөктәре – ҡуртым хаҡының түбән булыуы, үҫешкән инфраструктура, майҙандарҙың юғары сифаты.
Осрашыу барышында проектты ғәмәлгә ашырыуҙың бер нисә варианты ҡаралды. Башҡортостанда булдыраласаҡ иҡтисади моделде ентекле өйрәнергә килешелде.
Киләһе кәңәшмә май аҙағына планлаштырылған, унда республика делегацияһы Яр Саллы ҡалаһына барып, “КамАЗ” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышырға ниәтләй.
“КамАЗ” компаниялары төркөмө – Рәсәйҙәге эре автомобиль корпорацияһы. Ул ауыр йөк автомобилдәре етештереү буйынса донъяның 20 алдынғы етештереүселәре исемлегенә инә.