Иҡтисад
21 Мая 2021, 08:19

Мәсьәлә урынлы күтәрелгән

Тормош юлдашым Басир Дәүләт улы Мәһәҙиев йәнен-тәнен, аңын, бар булмышын биреп, Башҡортостаным хазиналарын халҡыма тапшырайым, тип йәшәне һәм эшләне. Шуға ла тау-ташҡа, тирә-яҡ мөхитебеҙгә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы тыныс ҡына ҡабул итә алмайым.

Тормош юлдашым Басир Дәүләт улы Мәһәҙиев йәнен-тәнен, аңын, бар булмышын биреп, Башҡортостаным хазиналарын халҡыма тапшырайым, тип йәшәне һәм эшләне. Шуға ла тау-ташҡа, тирә-яҡ мөхитебеҙгә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы тыныс ҡына ҡабул итә алмайым.


Иншалла, яратҡан гәзитебеҙ “Башҡортостан” иҡтисадтағы ҡат­мар­лы хәлдәрҙе күтәреп сыҡты. Гәзиттең 27-се һанында (2021 йыл, 9 апрель) журналист Рәмилә Му­синаның “Күршеләр ныҡлап то­тонған” тигән мәҡәләһен өс мәртәбә уҡып сыҡҡандан һуң ғына, көнүҙәк мәсьәләне ваҡытлы күтәреп, уҡыу­сылар иғтибарына тәҡдим иткәне өсөн рәхмәтемде белдерәйем тип, ҡулыма ҡәләм алдым.
Миңә 86 йәш, беҙҙең дәүерҙә таусы, геолог, шахтер, металлург һәм башҡа һөнәр эйәләре күҙ алдында тәрбиәләнде. Ә хәҙерге йәш быуын йырлап-бейеп кенә йәшә­мәксе була. Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләрлек уңышлы хеҙмәткәрҙәрҙе кем, ҡасан тәрбиәләр икән?!
Минең аңлауымса, заман талап иткән агломерация проекты уйландыра, борсолоу тойғоһона батыра. Уның мөмкинлектәренән файҙа­ланыу өсөн тәжрибәле, төплө белемле һөнәр оҫталарын йәлеп итеп, ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәктер. Магнитогорск агломерация проектында Башҡорт­остан үҙенең тейешле урынын алырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Бындай металлургия страте­гияһы кеүек проекттар Башҡорт­останда ла бар ине. Тирлән, Туҡан, Белорет комбинаттары Швейцария, Германия илдәрен таң ҡалдыра торғайны. Ер аҫты ҡаҙылма бай­лыҡтарын эшкәртеп, уңышлы эш­ләгән Баймаҡ, Учалы комбинаттары тонналап алтын эшкәртә алды. Хәҙерге бик бай Урал комбинаттары “беҙҙең ҡалған ятҡылыҡ­тарҙан иң яҡшыһын ала”, тип һыҙлана торғайны арҙаҡлы геологыбыҙ Басир Мәһәҙиев.
Ул, 90-сы йылдарҙа был ҡат­марлы мәсьәләләрҙе күтәреп, “Таланған ерем” (“Ватандаш” 1997 йыл, № 2), “Хазиналар иле” (“Ағиҙел”, 1994 йыл, № 3) тигән пуб­лицистик мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, вазифалы шәхестәргә ундағы фекер, тәҡдимдәр менән танышыу әле лә һуң түгел.
Мәшһүр мәғдәнсе Исмәғил Та­си­мовтың данлы эшен дауам итә­сәк йәш быуынды тәрбиәләгән Аҡъярҙағы тау, Белореттағы металлургия коллед­ж­дарының эшмә­кәрлегенә иғтибарҙы күтәреү ҙә файҙаға ғына булыр ине, сөнки бөтәһен дә кадрҙар хәл итә. Был лозунг булып ҡына ҡалмаһын.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас