Иҡтисад
21 Май 2021, 07:51

Яңы күперҙе түҙемһеҙлек менән көтәләр

Һәр ҡаланың, ауылдың үҙенә генә хас матурлығы, уны башҡаларҙан айырып торған үҙенсәлеге була. Яңауыл ҡалаһының шундай төп үҙенсәлектәренең береһе – ҡаланы уртаға бүлеп үткән тимер юлы һәм ошо юл аша һалынып, көньяҡ менән төньяҡ өлөштәрҙе тоташтырып торған йәйәүлеләр өсөн һалынған күпер.

Һәр ҡаланың, ауылдың үҙенә генә хас матурлығы, уны башҡаларҙан айырып торған үҙенсәлеге була. Яңауыл ҡалаһының шундай төп үҙенсәлектәренең береһе – ҡаланы уртаға бүлеп үткән тимер юлы һәм ошо юл аша һалынып, көньяҡ менән төньяҡ өлөштәрҙе тоташтырып торған йәйәүлеләр өсөн һалынған күпер. Әлеге мәлдә бында ҙур төҙөлөш эштәре бара: тиҙҙән яңауылдар яңы күперле буласаҡ. Төбәк халҡының тормошонда, ҡала һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешендә мөһим әһәмиәткә эйә булған инвестиция проектына “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте 150 миллион һумдан ашыу аҡса бүлә.


Күпер төҙөлөшө, был объекттың ҡала өсөн мөһимлеге тураһында Яңауыл районы хакимиәтенең архитектура бүлеге начальнигы Ирина Тазетдинова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Мин был күпер тураһында сәғәттәр буйы һөйләй алам, сөнки Яңауылда үҫкән, йәшәгән һәр кем өсөн ул ниндәйҙер айырым бер мәғәнәгә эйә, – тип башланы һүҙҙе Ирина Ринат ҡыҙы. – Күптәрҙең бала саҡ хәтирәләре, тәьҫораттары тимер юлы менән бәйле. Улай ғына түгел, ҡалабыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихы, үҫеше һәм, моғайын, ки­ләсәге лә тимер юлдан айырыл­ғыһыҙ, тиһәк тә арттырыу булмаҫ.
Артабан Ирина Ринат ҡыҙы беҙгә бик ҡыҙыҡлы тарих бәйән итте. Бәләкәй генә башҡорт ауылы Яңауыл тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр архивта XVIII быуат урталарында осрай. Ул бөтә башҡа ауылдар кеүек һәүетемсә тормош менән йәшәй. Әммә ХХ быуат башындағы үҙгәрештәр был төбәккә лә ҡағылмай ҡалмай: 1912 йылда Ҡазан – Екатеринбург тимер юлы төҙөлөшө башлана. 1914 йылда төбәк аша тәүге поезд уҙа. Шулай итеп, йылдар дауамында Яңауыл ярайһы уҡ эре станцияға әйләнә. Тимер юлы менән бергә төбәктә сәнәғәт тармағы ла үҫешә, әкренләп халыҡ һаны арта, Яңауыл ҙурая. 1991 йылда эшселәр ҡасабаһы ҡала статусына эйә була.
1957 йылда станцияла йәйәү­леләр өсөн күпер төҙөлә. Унан Яңауылға килгән-киткән пассажир­ҙар ғына түгел, ҡасаба халҡы ла файҙалана, сөнки ул үҙәкте сәнәғәт биләмәһе менән тоташтыра. Йөҙҙәрсә кеше йыл әйләнәһенә ошо күпер аша үтеп, иртәнсәк – эшкә, кискеһен өйөнә ашыға. Бөгөн дә ҡала тормошон унһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, сөнки сәнәғәт зонаһына йәйәүләп барыу өсөн башҡа төрлө юл юҡ. Ҡаланың ике өлөшөн бер нисә автомобиль юлы тоташтыра, әммә уларҙың тимер юлы аша үткәүелдәре бары техникаға тәғәйенләнгән.
– Тимер юл аша йәйәүлеләр өсөн яңы күпер төҙөлөшө “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте менән оҙайлы һөйләшеү һәм килешеүҙәр нигеҙендә башланды. Бынан бер нисә йыл элек махсус комиссия иҫке күперҙе яңыртыу зарурлығын билдәләгәйне. Әлбиттә, ул әле лә халыҡҡа хеҙмәт итә ала, әммә ҡасан да булһа сафтан сығыу ихтималлығын да оноторға ярамай. Яңы күпер төҙөлөшөндә беҙ төп өс талапты айырып билдәләнек: ул уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса булырға тейеш, – тип билдәләй архитектура бүлеге начальнигы.
Шуныһы отошло: “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте финанслаған ҙур күләмле төҙөлөш менән бер рәттән яңауылдар “Башҡортос­тандың төньяҡ ҡапҡаһы” тигән үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырырға тотонған. “Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы башланған эштәр һөҙөмтәһендә вокзал биләмәһе өр-яңы төҫ аласаҡ. Был ике проект бер-береһен тулыландырып, ҡаланың йөҙөн тағы ла күркәмләндереп, яңыртып ебәрәсәк һәм бихисап социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Ә йәйәүлеләр өсөн тәғәйен­ләнгән күпергә килгәндә, ул да бик үҙенсәлекле буласаҡ. Төҙөлөш өсөн яуаплы белгестәр әйтеүенсә, бындай күпергә эргә-тирәләге ҡалаларҙан Ҡазан, Екатеринбург, Рәсәйҙең башҡа мегаполистары эйә, ә бәләкәй ҡалалар араһында ул тәү башлап тап Яңауылда төҙөлә! Объект тимер юл магистрале аша сығыу урыны ғына бул­маясаҡ, проект йәйәүлеләр өсөн асфальт түшәлгән юлдарҙы, яҡтыр­тыу ҡорамалдары урынлаш­ты­рыуҙы берләштерә, йәшел­лән­дереү эштәре лә ҡаралған. Күпер тулыһынса көплө буласаҡ, сәлә­мәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн күтәреү ҡорамалдары ҡуйыу ҙа күҙ уңына алынған. Яңы күперҙең дөйөм оҙонлоғо (баҫҡыстары менән бергә) – 222 метр, юл япмаһының майҙаны – 1166 квадрат метр, киңлеге өс метр тәшкил итәсәк.
Читайте нас