Иҡтисад
21 Май 2021, 16:00

Яңы үҙәктең мөмкинлектәре ҙур

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Бөгөн, 21 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәге бинаһының тамамланған төҙөлөшөн баһаланы. Ул июнь айында асылырға тейеш. Төбәктәрҙә Республика менән идара итеү үҙәктәре проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, бында төп эштәр тамамланған, әле инженер коммуникацияларын һәм элемтә линияларын урынлаштыралар, бинаны биҙәйҙәр.
Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгенең функция зоналарын ҡарап сыҡты, буласаҡ Хәл үҙәге эшен тикшерҙе. Тап ошо урында Башҡортостан тормошоноң бар өлкәләрен дә үҙ эсенә алған мәғлүмәт тупланасаҡ. Проекция экранына реаль ваҡыт тәртибендә төрлө тармаҡтар буйынса көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе сығарасаҡтар: инвестиция проекттарынан алып кешеләрҙең мөрәжәғәттәренә тиклем. Мәғлүмәткә тиҙ инеү арҡаһында хәл-ваҡиғаларҙы тиҙ арала тикшерергә һәм ҡарарҙар ҡабул итергә була.
Яңы бинала Радий Хәбиров эш кәңәшмәһе үткәрҙе, ул яңы Республика менән идара итеү үҙәгенең тулы ҡанлы эшен тәьмин итеүгә әҙерлек һәм ойоштороу-техник сараларға арналды.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен мониторинглауға тәғәйенләнгән мәғлүмәт-аналитика платформаһын тәҡдим итте. Ул бер нисә блоктан тора. Араларында – Башҡортостандың 3D картаһы, юғары вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау системаһы, республика власы органдары эшмәкәрлегенең аналитик панелдәре, шулай уҡ халыҡтың тормош сифатының социаль күрһәткестәре.
"Беҙ Рәсәй төбәктәре араһында һанлаштырыу буйынса алдынғы позицияға сығырға һәм мәғлүмәт-аналитика платформаһы проектын июнь башында Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара иҡтисади форумда тәҡдим итергә йыйынабыҙ", - тине республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская, ул халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләүҙең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.
Был блоктың нигеҙендә – “Инцидент менеджмент” системаһы, ул Башҡортостанда 2018 йылдың октябренән ғәмәлдә. Социаль селтәрҙәр аша роботлаштырылған механизмдар аша мөрәжәғәттәрҙе йыйыу, анализлау һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, транспорт, мәғариф, экология тармаҡтарындағы мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү йәһәтенән үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтте. “Инцидент-менеджмент” системаһы аша барлығы 166 мең кеше мөрәжәғәт үткән.
Блокка 2020 йылда индерелгән тағы бер система – федераль кире бәйләнеш платформаһы. Уның ярҙамында республика кешеләре үҙ мәсьәләһен хәл итеү өсөн власть органдары, муниципалитеттар сайттарына мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн кәрәкле ведомство йәки район сайтына инергә, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша авторизация үтеп, хәбәреңде ҡалдырырға кәрәк.
"Беҙ Республика менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт базаһына инеүҙең бер нисә кимәлен ойошторорға тәҡдим итәбеҙ, – тине Елена Прочаковская. – Был Башҡортостандың үҫеше һәм мөһим социаль проекттар тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеген бирәсәк".
Радий Хәбиров белдереүенсә, Республика менән идара итеү үҙәге – ведомство-ара хеҙмәттәшлектең заманса координацияһын ойоштороуҙың һәм иҡтисад менән социаль өлкәне һанлаштырыу технологияһын индереүҙең яҡшы өлгөһө. Башҡортостан Башлығы үҙәк бинаһында әлеге ваҡытта “Торатау” конгресс-холында эш алып барған, 218-19-19 номеры буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул иткән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәген дә урынлаштырырға ҡушты. Бында кешеләр коронавирустан вакцинация, дауаланыу, бушлай дарыуҙар алыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса консультация ала.
Республика менән идара итеү үҙәгенең өс блогы ла - иҡтисад, аналитика, социаль коммуникациялар, мәғлүмәт комплекслы система эшмәкәрлегенең төп принцибын тормошҡа ашыра – “Беләбеҙ – Хәл итәбеҙ – Юл ҡуймайбыҙ – Мәғлүмәт бирәбеҙ – Ярҙам итәбеҙ!
Пландар буйынса, үҙәккә “Инцидент менеджмент”, “Кире бәйләнеш платформаһы”, “ТКО Башҡортостан”, “Юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы”, “Агросәнәғәт комплексы”, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрен мониторинглау, бизнес һәм инвесторҙар өсөн портал, “Төҙөлөш”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Төбәк электрон бюджеты” һәм башҡа мәғлүмәт системалары инәсәк. Уларҙың күпселеген республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы эшләп сығарған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас