Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында юл буйы сервисын үҫтереүҙең ике проекты ҡаралды.
– Бөгөн республикала юл буйы сервисын үҫтереү буйынса әүҙем эш бара, – тине сауҙа һәм хеҙмәт министры Алексей Гусев. – 2020 йылдың октябрендә Башҡортостан Хөкүмәте Юл буйы сервисын үҫтереү буйынса концепцияны раҫлағайны, уға ярашлы, беҙ системалы эш башҡарабыҙ.
Тәүге проекттың башланғысы менән “Башпродторг” компанияһы сығыш яһаны. Комплексҡа кафе, сауҙа объекты, автосервис, фермерҙар баҙары, ял итеү һәм туҡталҡа өсөн урындар инә. Инвестиция күләме 120 миллион һум тәшкил итәсәк. Проекттың социаль йоғонтоһо 42 яңы эш урыны барлыҡҡа килтереүгә ҡайтып ҡала. Объект М-5 “Урал” автомобиль юлында Өфө ҡалаһының Калинин районында урынлашасаҡ.
Икенсе проект ҡунаҡхана, автотуҡталҡа һәм логистика үҙәгенән торасаҡ. Уны М-5 “Урал” Өфө районының Уптин ауылы янында һалыу ҡарала. Был проекттың инвестиция күләме – 80 миллион һумдан ашыу, 25 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Инвесторҙар түбәндәге ярҙамға дәғүә итә ала: ер майҙанын ҡуртымға сауҙалашыу үткәрмәй генә алыу, инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы объекттары төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтартыу.
Ике объект буйынса ла ыңғай ҡарар ҡабул ителде. Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Өфө ҡалаһы һәм районы хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
Әлеге мәлгә 51 инвестор менән хеҙмәттәшлек ойошторолған, инвестицияның дөйөм күләме 5,5 миллиард һум тәшкил итә. “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында юл буйы сервисы өлкәһендәге дөйөм күләме 4,1 миллиард һум булған 21 инвестиция проекты ҡаралған.