Иҡтисад
21 Май 2021, 14:30

Юл һыҙаттары һалыу нисек бара?

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала 8809,2 саҡрым юлда һыҙаттар һыҙыласаҡ.
Муниципаль-ара юлдарҙа 6221 саҡрым оҙонлоғондағы һыҙаттар һалғанда оҙаҡ һаҡланған буяуҙар ҡулланыласаҡ, ә төбәк трассаларында 2587,9 саҡрымда үҙәк һыҙат термопластиктан һалынасаҡ. 19 майға ҡарата үҙәк һыҙат 827 саҡрымға (10,4 процент) һыҙылған, төбәк юлдарында – 1061 саҡрымға (29,3 процент).
Буяу менән горизонталь юл билдәләрен һалыу эшен 27 апрелдән башлағандар, термопластик һыҙаттарҙы – 11 майҙан. Был йүнәлештә төп эштәр 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш. Гарантия ваҡыты сыҡмаған, былтыр һалынған термопластик һыҙаттар булған юл участкаларында эштәр һуңыраҡ үткәреләсәк.
Фото “Башкиравтодор”ҙың рәсми сайтынан.
Читайте нас