"Эксперт РА" агентлығы Башҡортостан Республикаһының кредит һәләтлеге рейтингын раҫланы һәм "кире" тигән баһаһын "тотороҡло" тигәнгә үҙгәртте. Агентлыҡ аналитиктары билдәләүенсә, коронавирус инфекцияһы пандемияһы республиканың иҡтисади үҫешенә кире йоғонто яһауына, шулай уҡ макроиҡтисади хәлдең насарайыуы һәм нефткә хаҡтың төшөүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан бурыс йөкләмәһен күтәрә алырлыҡ уңайлы мөхиттә ҡала алды.
"Ышаныслы партнер булараҡ, Башҡортостан рейтингы сираттағы тапҡыр раҫланды. Беҙ йәнә иҡтисадыбыҙҙың һәм республика бюджетының тышҡы баҫымға тотороҡлолоғон раҫлаған бойондороҡһоҙ эскперттарҙың баһаһын алдыҡ. Ҡатмарлы пандамия осоронда өс ярҙам пакеты саралары булышлығында беҙ бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алдыҡ, - тип билдәләне БР финанс министры Лира Иғтисамова.