Иҡтисад
23 Май 2021, 11:30

"Инвестсәғәт"тә ике проект ҡаралды

Был юлы Сибай эшҡыуарҙары нимә тәҡдим итте?

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында ла "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үтте. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашлығында үткән сираттағы кәңәшмәлә ике проект тәҡдим ителде.
Тәүге проектты Данил Мазһаров тәҡдим итте. Ул столяр цехын асыуҙы планлаштыра. Проект хаҡы - 1 миллион һум. Йәш эшҡыуар был эшен яйға һалғас, 10 кешегә эш урындары булдырыу теләге менән яна.
Артур Насретдиновтың проекты - автомобилдәр йыуыу урыны булдырыу. Йылдан-йыл халыҡта автомобилдәр һаны артыуы был шөғөлгә ҡарата ҙур һорау тыуҙыра. Бөгөн машинаһы булған һәр кем үҙенең "тимер аты"ын махсус урындарҙа йыуыу, таҙартыуҙы хуп күрә. Шуға күрә проектты тәҡдим иткән эшҡыуарҙың теләген аңларға була. Проекттың дөйөм хаҡы 4 миллион һум тәшкил итә һәм 5 кешегә өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ.
Үҙҙәренең проекттарын тәҡдим иткән ике эшҡыуарға ла үҙ эшен асыу өсөн ер майҙаны талап ителә. Кәңәшмә барышында уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында бар яҡлап ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйылды.
Бындай сараларҙың барыһы ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Сергей Озерцовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас