Иҡтисад
24 Май 2021, 08:30

Эҫелек ауыл хужалығы тармағына янай

"Тик беҙ ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә алмайбыҙ, сөнки бындай эҫелеккә ҡарамай, үҫентеләр әлегә күпләп һәләк булманы", - тине Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостанда яҙғы сәсеү тамамланыу этабына сыҡты. 22 майға ҡарата республика буйынса майҙандарҙың 95 процентында эштәр тамамланған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Сәбәбе – аномаль эҫелек. Ул ужым һәм яҙғы культураларға кире йоғонто яһай. Сүп-сар әүҙем үҫә һәм ҡоротҡостар күп. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быларҙың киләсәк иген уңышында насар сағылыш табыуы бар, уның күләме планлаштырылғандан әҙерәк булыуы ихтимал.
Ауыл хужалығы эшсәндәре ике-өс көндән һауа температураһы һалҡынайыр һәм киләһе аҙнанан ямғырҙар башланыр тип өмөтләнә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дым китте, атмосфера ҡоролоғо күҙәтелә. Тик беҙ ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә алмайбыҙ, сөнки бындай эҫелеккә ҡарамай, үҫентеләр күпләп һәләк булманы. Климат шарттарына ярашлы, сәсеүлектәрҙе сүп-сар үләненән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеүҙе әүҙемләштерергә тәҡдим итәбеҙ. Был эштәрҙе төндә башҡарыу кәрәк. Киләсәк уңышты һаҡлау өсөн антистресс препараттар файҙаланып үҫентеләрҙең япраҡтарын эшкәртергә тәҡдим итәбеҙ, – тине Илшат Фәзрахманов.
Сәсеү эштәре тамамлана, 1 миллион 914 мең гектар ерҙә орлоҡ сәселгән. Был - дөйөм майҙандарҙың 95 проценты. Уның 1 миллион 286 мең гектары - иген һәм ҡуҙаҡлы иген, 335 мең гектары – майлы культуралар, 36 мең гектары – шәкәр сөгөлдөрө, 182 мең гектары – мал аҙығы үләндәре.
Үткән аҙнала ауыл хужалығы эшсәндәре иң һуңғы булып сәселә торған культура – ҡарабойҙай ултырта башлаған. 22 майға ҡарата ул 15 мең гектарҙа сәселгән, был - пландың 27 проценты.
Майға хас булмаған тағы бер эштәр – мал аҙығы әҙерләү башлана. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, үлән сабыу был аҙнала уҡ башланасаҡ.
– Хакимиәт башлыҡтарынан техниканы әҙерләүҙе һәм ойоштороу мәсьәләләрен контролгә алыуҙы һорайбыҙ. Дөйөм алғанда, тармаҡта хәлдәр көсөргәнешле. Хәл барышы буйынса эшмәкәрлекте үҙгәртәсәкбеҙ, һауа торошона ҡараясаҡбыҙ, – тине Илшат Фәзрахманов.
Фото: ufatoday.ru
Читайте нас