Иҡтисад
24 Май 2021, 11:45

Экспорт күрһәткестәре ҡыуандыра

Ауыр йылға ҡарамай, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр күрһәткестәре үҫә.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер мөһим тема тышҡы иҡтисади бәйләнештәргә ҡағылды. Доклад менән республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева сығыш яһаны.
– Коронавируслы 2020 йыл тышҡы бәйләнештәр йәһәтенән ауыр булды. Тик ошоға ҡарамай, беҙҙә хәлдәрҙең тотороҡланыуын билдәләйбеҙ. Быйылғы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 14 процентҡа артты һәм бер миллиард доллар тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта экспорт 16 процентҡа артҡан һәм 860 миллион доллар тәшкил итә, импорт өс процентҡа артып, 164 миллион долларға еткән, –тине ул.
Шулай уҡ быйыл сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорттың үҫеше лә ҡыуандыра. Күләм рекордлы күрһәткес – 72 процентҡа үҫкән. Дөйөм экспорт күләмендә был сектор беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса 62 процент тәшкил иткән.
Башҡортостан экспорты нигеҙе булып, йола буйынса алты төп тауар төркөмө тора: яғыулыҡ-энергетика тауарҙары (38,3 процент), машина эшләү тауарҙары (23,8 процент), химия сәнәғәте тауарҙары һәм каучук (20 процент), аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал (7,5 процент), металл һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр (4,3 процент), ағас һәм унан эшләнгән әйберҙәр (3,7 процент).
Күп кенә тауар позициялары буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләй.
Беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса бик яҡшы динамиканы аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал (79,2 процентҡа), ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәр (55,1 процентҡа), туҡыма, туҡыма әйберҙәр һәм аяҡ кейемдәре (2,4 тапҡырға), металл һәм уларҙан әйберҙәр (2,2 тапҡырға), машина эшләү тауарҙары (4,4 тапҡырға), химия сәнәғәте һәм каучук (7,4 процент) күрһәткән.
Кәмеүгә килгәндә, ни бары - минераль тауарҙар (25,5 процент), күн сеймалы, ҡиммәтле йәнлек тиреләре һәм уларҙан әйберҙәр (42,4 процент).
Экспорт буйынса төп илдәр булып беренсе кварталда Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Финляндия, Төркиә, Сингапур, Польша, Нидерланд, АҠШ иҫәпләнгән. Әйткәндәй, АҠШ беренсе тапҡыр экспорт буйынса ун контрагент исемлегенә ингән, унда яғыулыҡ, ағас һәм ағас эшкәртеү тауарҙары, каучук һәм резина-техник тауарҙар оҙатылған.
Фото: panoramarb.ru
Читайте нас