Иҡтисад
24 Май 2021, 12:30

Экспортты дәртләндереү саралары ҡарала

28 майҙа Өфөләге “Торатау” конгресс-холында 2,0 төбәк экспорт стандартын индереү буйынса кәңәшмә үткәреләсәк.

28 майҙа “Торатау” конгресс-холында 2,0 төбәк экспорт стандартын индереү буйынса кәңәшмә үткәреләсәк. Сараның төп ойоштороусылары – Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты һәм республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге.
Кәңәшмәлә Волга буйы федераль округына ингән субъекттарҙың башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнаша. Сараны ойоштороуҙа “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте ярҙам күрһәткән.
Башҡортостандың Экспортсылар клубының ошо саралағы тәүге ултырышы “Халыҡ-ара сертификатлау” темаһы буйына уҙғарыла. Ултырыш барышында яҡын һәм алыҫтағы сил илдәр баҙарына сыҡҡанда продукцияны сертификатлау үҙенсәлектәре һәм был өлкәләге проблемалар тикшереләсәк.
Белешмә өсөн: 2,0 төбәк экспорт стандарты төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған экспорт өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу юлдарын өйрәтә. Был иһә, үҙ сиратында, Рәсәй субъектында экспортҡа ярҙам итеү системаһын комплекслы үҫтереү мөмкинлеген бирә. Төбәк экспорт стандартының маҡсаты – төбәк властары компанияларҙың экспорт эшмәкәрлеген дәртләндерә алһын өсөн эшләнгән саралар комплексын нығытыу.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас