Иҡтисад
24 Май 2021, 11:15

“Һөҙөмтәне граждандарыбыҙ күрергә тейеш”

15 июнгә тиклем бөтә эште тамамларға тейешбеҙ.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә район һәм ҡалаларҙа дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарындағы һәм ихаталарҙағы соҡорҙарҙы ямау барышы тикшерелде. Кәңәшмәне Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе.
Унда хәбәр итеүҙәренсә, 21 майға юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәргә контроль һәм уларҙы планлаштырыу системаһында 14 мең 992 километр, бер аҙна эсендә тағы ла 1850 километр юл тикшерелгән. Бөтәһе 102 мең 603 соҡор асыҡланған, шуның 65 мең 431-е ямалған.
Муниципалитеттарҙың күбеһе юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонған. Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел, Күмертау ҡалалары, Асҡын, Балаҡатай, Благовар, Борай, Бөрйән, Йылайыр, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Яңауыл райондары был эште әле булһа башламаған. Андрей Назаров хакимиәт башлыҡтарына автомбиль юлдарын тикшереүҙе, соҡорҙарҙы һанлаштырыуҙы һәм ямауҙы тиҙләтергә ҡушты.
– Яҙ етеү менән юлда соҡорҙар арта, беҙҙең бурыс - уларҙы тиҙ арала ремонтлау. 15 июнгә тиклем бөтә эште тамамларға тейешбеҙ. Эштең йылдам һәм һөҙөмтәле барыуын граждандарыбыҙ күрергә тейеш, – тине Андрей Назаров. – Бөтә башлыҡтарҙан мәсьәләне махсус контролгә алыуҙы һәм ошо йүнәлештәге эште тиҙләтеүҙе һорайым.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская граждандарҙан юлға ҡағылышлы килгән мөрәжәғәттәргә ентекле анализ яһаны.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51585
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас