Иҡтисад
24 Май 2021, 11:00

Реклама килемен арттырыу юлы бар

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә урам рекламаһы темаһына һөйләшеү булды. Төп доклад менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны.
2020 йылда реклама тармағы ҙур ғына зыян күрҙе. Тик эшлекле йәмәғәтселек менән берлектәге эшмәкәрлек һәм дәүләт ярҙамы арҡаһында хәл бер ни тиклем йомшартылды. Былтыр агентлыҡ муниципалитеттар менән берлектә методик базаны нығытһа, быйыл иһә иҡтисадтың тергеҙелеүе менән бергә реклама баҙарының да үҫеше көтөлә.
Максим Ульчев белдереүенсә, Башҡортостандың район һәм ҡалалары реклама өсөн электрон сауҙа иҫәбенә килемде арттыра ала. Тик әле һаман күп муниципалитеттар сауҙаны конкурс формаһында һәм осрашып үткәрә. Агентлыҡ етәксеһе электрон сауҙаның ыңғай һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
– Бына миҫалға Октябрьский ҡалаһы. 2019 йылда улар конкурс булараҡ сауҙа үткәргән. Бер реклама урыны өсөн хаҡ 123 мең һумдан биш процентҡа үҫкән һәм 129,2 мең һум тәшкил иткән. Ә 2021 йылда улар электрон аукционға күсте. Шул уҡ реклама урындары өсөн дәғүәле көрәштә тәүге 119 мең һумдан хаҡтар 75 процентҡа артҡан һәм 208,3 мең һумға тиклем барып еткән, – тине ул.
Дөйөм алғанда, рекламанан муниципалитет бюджеттарына килгән килем динамикаһы ыңғай. 2019 йылда – 121 миллион һум, 2020 йылда – 139 миллион һум. Ә быйыл, электрон сауҙаға күсеп, тышҡы реклама хаҡтары ике тапҡырға артыр һәм йылына 250 миллион һум тәшкил итер тип көтөлә.
Бөгөнгә ҡарата Октябрьский ҡалаһынан тыш Архангел, Асҡын, Миәкә, Ишембай райондарында сауҙа үткәреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгән дә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире динамика ла бар. Был – Өфө.
– Хакимиәт башлыҡтары шуға иғтибар итһен: электрон аукцион үткәреүгә күскән саҡта муниципалитет хакимиәттәре үҙҙәренең урам рекламаһы констуркцияларын файҙаланыу тураһындағы ҡарарҙары йәки ҡағиҙәләренә тейешле үҙгәрештәр индерергә бурыслы. Электрон сауҙаға күсеү – дәғүәле мөхитте яҡшыртыу һәм муниципаль бюджетҡа килемде арттырыу нигеҙе, – тине Максим Ульчев.
Радий Хәбиров был идеяны хупланы. Ул хакимиәт башлыҡтары менән уҡыу ойошторорға һәм унда Максим Ульчевтың сығышын тыңлатырға ҡушты.
– Быйыл был мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Башлыҡтар аҡса сығанағының ҡайҙа икәнлеген белһен, аңлатығыҙ. Ауылдары алыҫ райондарҙа был бик яҡшы эшләмәһә лә, ҡалалар уны тулы кимәлдә файҙаланһын. Октябрьский өлгөһөн өйрәнегеҙ. Аҡса бик ҙур булмаһа ла, ул кәрәккә тотоноласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Максим Ульчев эштең тағы бер йүнәлеше – социаль реклама тураһында ла һөйләне. Былтыр агентлыҡ социаль әһәмиәтле мәғлүмәт кампанияларын тормошҡа ашырған. Улар араһында “Рәхмәт, табип”, коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү, Еңеүҙең 75 йыллығы, тыуымды арттырыу (демография), Халыҡ-ара ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналғандары һәм башҡалар бар. Шулай уҡ һыу инеү урындарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса ла баннер-стендтар урынлаштырылды.
Фото: Instagram
Читайте нас