Иҡтисад
25 Май 2021, 18:50

Баҫым кәмегәндән-кәмей

Башҡортостан бизнесҡа иң аҙ баҫым яһалған төбәктәр араһында туғыҙынсы урында. Ә 2018 йылда 38-се булғанбыҙ.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй нефть газы форумын тармаҡта ауыр йылдан һуң үткәрелгән беренсе ҙур йыйын тип атаны. Санкцияларға, нефть табыуҙы ҡыҫҡартыуға, ковид сикләүҙәренә ҡарамай, республиканың нефть сәнәғәте предприятиелары план тәртибендә эшләне, үҙ коллективтарын һаҡлап ҡала алды.
“Кисә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Борис Титов дәүләт етәксеһенә үҙенең йыллыҡ докладын тәҡдим итте, унда “Административ баҫым индексы-2021” ҙә бар ине. Башҡортостан бизнесҡа иң аҙ баҫым яһалған төбәктәр араһында туғыҙынсы урында. Ә 2018 йылда был рейтингта беҙ 38-се булғанбыҙ. Был йүнәлештә башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ әле”, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, тармаҡтағы иң мөһим бурыстың береһе булып тәрән эшкәртеүҙе үҫтереү тора. Был йәһәттән уңыштарҙы “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы күрһәтә. Радий Хәбиров “Газпром” етәкселегенә республика менән газ компанияһы араһында ҡул ҡуйылған килешеү өсөн рәхмәт әйтте. Уға ярашлы, алдағы йылдарҙа 164 ауылға "зәңгәр яғыулыҡ" үткәреп буласаҡ.
Айырым иғтибар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың газды йорттарға тиклем бушлай индереү йөкләмәһенә биреләсәк.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың транспортты газ-мотор яғыулығына күсереү йәһәтенән яҡшы мөмкинлектәре бар. Былтыр төбәктә ете газ заправкаһы төҙөлгән, быйыл тағы унау сафҡа индерелер тип көтөлә.
Тағы бер мөһим эш йүнәлеше булып инвестициялар йәлеп итеү тора. Уны хәл итеүҙә ҙур ролде “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе уйнаны. Уның 400 гектарлыҡ ере инвестиция проектары менән тулған тиерлек.
Әлеге форумға ярашлы 34 эшлекле сара үтер тип көтөлә. Улар нефть газы машиналары эшләүҙе үҫтереү, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы төрҙәре булдырыу, нефть һәм газ скважиналарын тикшереү, тотороҡло үҫеш юлдары, газ яғыулығын файҙаланыуҙы киңәйтеү һәм башҡа темаларға арнала.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас