Ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл етте. Быйыл тәбиғәт матур аяҙ көндәр бүләк итте. Әммә шытымдар морон төртһөн өсөн хәҙер ямғыр кәрәк. Баҫыу батырҙары иһә аяҙ көндәрҙе файҙаланып, сәсеү эштәрен тамамлау өҫтөндә. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ районы йыл да был йәһәттән алдынғылар рәтендә. Районда ҡеүәтле һәм көслө хужалыҡтарҙың береһе һаналған “Первомайский” хужалығы Рощинский совхозына ҡарай. Бындағы баҫыуҙарҙың осо-ҡырыйы күренмәй, һәр береһендә эш ҡайнай. Трактор тауышы бер минутҡа ла тынмай. Механизаторҙар алмашлап көнөн дә, төнөн дә ярышып эшләй.
Берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ етәксе
Сәсеүгә хужалыҡ 3 майҙа төшөп, ошо көндәрҙә уны тамамлаясаҡ. Йәмғеһе 16 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре атҡарырға кәрәк. 26 механизатор, 10 водитель, 16 эшсе 36 берәмек техникала ал-ял белмәй эшләй, ә бына көслө ир-егеттәр менән иһә ҡатын-ҡыҙ идара итә. Стәрлетамаҡ районындағы хужалыҡтар араһында Раиса Николаева – берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ етәксе. Әммә ул эшен шундай уңышлы алып бара – ирҙәр-көнләшерлек. Беҙгә лә уның менән осрашып, хужалыҡтың эше менән танышыу бәхете тейҙе. Ысынлап та хужалыҡта атҡарылған эштәргә һоҡланмау мөмкин түгел.
Раиса Георгиевнаның был вазифаға тәғәйенләнеүенә теүәл ике йыл.
– Тәүге осорҙа ғына ҡыйын булды. Хәҙер иһә ярты һүҙҙән бер-беребеҙҙе аңлап, аңлашып эшләйбеҙ. Егеттәр ышанысымды аҡлай.
Яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек йыл әйләнәһенә барҙы. Сифатлы орлоғон да, минераль ашламаларҙы ла, яғыулыҡ та ваҡытында хәстәрләнде. Шуға сәсеүгә төшкәс, бер өҙөклөк тә булманы, – ти ул. Әйткәндәй, Раиса Георгиевна шартлатып башҡортса һөйләшә.
Үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла хужалыҡ ҡеүәтен йылдан-йыл арттыра. Йыл һайын мул уңыш алалар. Ауыл уңғандары бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай, көнбағыш үҫтерә. Ишле малды ашатырға ла кәрәк, шуға кукурузға өҫтөнлөк бирәләр.
Заманса техника ярҙамында эш сифатлы башҡарыла. Шуға техниканы яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр.
Хужалыҡта ужым культуралары һәйбәт ҡышлаған. Бер баҫыуҙа ғына яңынан сәсергә тура килгән.
Алдынғы механизаторҙарҙан Раиса Георгиевна Андрей Васильев, Валера Васильев, Борис Иванов, Александр Федоров, Закир Алимбаев, Сергей Ефимов, Андрей менән Алексей Ивановтар, Рифҡәт Мәһәҙиевтәрҙең эшен билдәләне, водителдәр Владимир Тимофеев, Андрей Тихонов, Владимир Кравченко эштәрен белеп, еренә еткереп атҡара. Бригадир Марс Шәрипов билдәләүенсә, егеттәрҙең сәсеү кампанияһы мәлендә эш хаҡтары ла һәйбәт. Уртаса алғанда 40 – 50 мең һум тирәһе килеп сыға.
Хужалыҡ былтыр бер гектарҙан 23 центнер уңыш алған. Был – уртаса күрһәткестәр. Уңыштың нигеҙе – яңыса алымдар ҡулланып эшләү, тип һанай Раиса Николаева. Ужым культураларын йыйғандан һуң баҫыуҙар һөрөлмәй. Һөрөлмәгән ергә яҙғы культуралар ултыртыла. Был алым ерҙең уңдырышлылығын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Заманса техника был йәһәттән ауыл эшсәндәренә ярҙамға килә.
Тик бына ямғыр булмауы ғына бәкәлгә һуға...
“Мырҙаш һөтө” баҙар яулай
Стәрлетамаҡ районының баш агрономы Виктор Бульц менән хужалыҡтар буйлап йөрөнөк. Бер баҫыу эргәһенән үткәндә, ошо егеттәрҙең генә хәлен белеп сығайыҡ әле тип, юлдан төшөп киттек.
Был баҫыуҙа 2013 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәргән Илдар Буранғолов һәм уның егеттәре эш менән мәшғүл. Малсылыҡ тармағын йүнәлеш итеп алған Илдар. Әлеге мәлдә уның 350 баш һыйыр малы бар, шуның 190-ы – һауын һыйыр. Ишле малды ашатырға кәрәк. Шуға 1500 гектар майҙанда сәсеү эштәре атҡаралар. Ужым бойҙайы яҡшы ҡышлаған.
– Фермерлыҡ эшенә күптән тотонһаҡ та, үҫемлекселектә көслөбөҙ тип әйтеп булмай. Шуға район хакимиәтенә рәхмәтемде белдергем килә. Беҙҙең һәр аҙымыбыҙҙы ҡарап, кәңәштәрен биреп торалар. Хужалыҡҡа агроном беркетеп ҡуйҙылар. Мөнир Таһиров сәсеү нескәлектәрен өйрәтә, ниндәй культураны алыу, ҡайһы сорттарға өҫтөнлөк биреү кеүек мәсьәләләрҙе ул хәл итә. Бойҙай, арпа, кукуруз һәм көнбағыш сәсәбеҙ. Көнбағышты май эшләүгә оҙатабыҙ, – тип һөйләй Илдар.
Был хужалыҡта йәмғеһе 20 кеше эшләй. Мырҙаш ауылы халҡы эшле булған. Илдар иһә ата-бабаларының ауылында төпләнеп, артабан да хужалыҡты үҫтереү өҫтөндә эшләргә хыяллана. Әйткәндәй, Мырҙаш һөтө стәрлетамаҡтарға һәйбәт таныш. Көн дә яңы ғына һауылған һөттө ҡала халҡы иртән көтөп ала. Һөттөң ышаныслы етештереүсенән булыуына өҫтөнлөк бирә халыҡ. Быны күреп, Илдар һөт аҙыҡтары етештереү менән шөғөлләнергә ҡарар итә. “Мырҙаш” тип аталған кооператив булдырып, артабан һөт аҙыҡтары етештереү менән шөғөлләнергә булғандар.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы әлеге эште көйләп ебәреүгә 3 миллион һум грант биргән. Кооператив ағзалары үҙҙәренең аҡсаһын ҡушып, етештереү цехы һатып алған. Бәләкәй заводты тиҙҙән сафҡа индерәсәктәр. Уның ҡеүәте һәйбәт – көнөнә 2400 литр һөт эшкәртәсәк. Май, ҡаймаҡ, эремсек, сәғәтенә 700 шешә һөт етештерә ала.
Етештереү цехы эшләй башлағас, ауыл халҡынан да эшкәртеүгә һөт йыйыу мәсьәләһен ҡараясаҡтар. Был осраҡта ауыл халҡы йәйге осорҙа аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
– Эшләгән кешегә эш ҡарышмай ул. Тәүге осорҙа 8 миллион һумлыҡ грант алып 64 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы һатып алдым. Һуңынан тағы бер тапҡыр грант бирҙеләр. Кооператив булдырыу беҙҙең ауыл эшҡыуарҙарының күбеһенә яңы ишектәр асты. Киләсәктә Мырҙаш ауылында етештерелгән аҙыҡ-түлекте республика кимәленә сығарырға иҫәп тотабыҙ, – тип оҙатып ҡалды Илдар Буранғолов.