Иҡтисад
25 Май 2021, 18:15

Баймаҡта нимә көтөлә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың 24 майында ошо туралағы указға ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ. Сараны үткәреү урыны итеп Баймаҡ районы билдәләнгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың 24 майында ошо туралағы указға ҡул ҡуйған. Башҡорт аты көнөн булдырыу тәҡдим менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сыҡҡан.
Сараның Баймаҡ районында үткәрелеүе осраҡлы түгел. Был район - башҡорт атының төп генофондын һаҡлаған төбәк. Дөйөм алғанда, ундағы хужалыҡтарҙа 12 меңдән ашыу баш йылҡы малы аҫрала. Әйткәндәй, "Башҡорт аты" фестивале Баймаҡта бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килә.
Автор фотоһы.
Читайте нас