Баймаҡ районы хужалыҡтары яҙғы сәсеүгә яҡшы әҙерлек менән килде. Яҙғы бер көн йылды туйҙырыуын яҡшы аңлай район аграрийҙары, шуға күрә ваҡыттың ҡәҙерен белеп, яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала атҡарып сығырға йыйына.
Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, быйыл бөтәһе 84 мең 450 гектар майҙанда ярауай культуралар сәсеү ҡарала. 72050 гектарҙа иген һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлыларҙы сәсеү планлаштырыла.
– Бөгөн яҙғы баҫыу эштәренең 70 процентынан ашыуы башҡарылған. Тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төшкән Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан – “Р.Яхин”, “М. Мөрсәлимов”, “Р. Рәсүлев”, “А. Шәрәфетдинов”тар сәсеү эштәрен тамамлап та ҡуйҙы. Былтырғы ҡоролоҡ сәбәпле, күп хужалыҡтар орлоҡ фондын тулыһынса туплай алманы, шуға күрә фермерҙарға ситтән орлоҡ һатып алырға тура килде, – ти Нәжип Ишбулды улы.
Бөгөн күп хужалыҡтарҙа һуңғы гектарҙар сәселә, тик игенселәрҙең оло хеҙмәтенә яуап итеп, бер аҙ ямғыр ғына яуһын ине, ти ялан батырҙары.
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа эшҡыуарлыҡты үҙ иткән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын асыусылар байтаҡ. Был юлы беҙ Байыш ауылы уңғандары Ғәҙел Рәхмәтуллин менән Рафиҡ Рәсүлевтең баҫыуҙарын ҡарап сыҡтыҡ.
Атаһының юлын лайыҡлы дауам итеүселәрҙең береһе Ғәҙел Рәхмәтуллин ҡеүәтле сәсеү комплексы руленә үҙе ултырып, көнөнә 30-40 гектар майҙанды урап сыға. Ер эшен бәләкәйҙән белгән егет мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы университетының “Агрономия” бүлегенә уҡырға инә.
– Атайым ғүмере буйы фермерлыҡ менән шөғөлләнде, хәҙер уның эшен мин дауам итәм. Уның кәңәштәрен тыңлап, һәр саҡ бергәләшеп эш итәбеҙ. Бала саҡтан уның тракторына, комбайнына ултырып йөрөнөм, шуға күрә игенселек эше миңә яҡшы таныш. Ерҙе яратырға, уға ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәттә булырға атайым өйрәтте, үҙемдең агроном һөнәрем дә күп осраҡта ярҙам итә, – ти йәш эшҡыуар.
Быйыл иртә яҙҙан уҡ ҡояштың аяуһыҙ ҡыҙҙырыуы игенселәргә ҡыуаныс өҫтәмәһә лә, улар әлегә ерҙә бер аҙ дымдың булған сағында тиҙ арала орлоҡ һалып ҡалырға тырыша. Шуға күрә һәр сәғәттең, һәр минуттың ҡәҙерен белеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бураҙналарға орлоҡтар һалына. Әйткәндәй, сәсеү комплексы игенде ҡамыл ысулы менән сәсә, үҙе тырмата, үҙе орлоҡ һала – замана техникаһына һүҙ тейҙерерлек түгел.
Ғәҙел Рәхмәтуллиндың сәсеү майҙандары 500 гектар тәшкил итә, шуның 130 гектарында – арпа, 100 гектарында – етен, ҡалғандарында һоло һәм бойҙай сәсеү планлаштырыла. Шулай уҡ тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуҙа, иген культураларының уңышын күтәреүҙә ашламаларҙың әһәмиәте ҙур булыуын яҡшы аңлай ул. Бер юлы минераль ашламалар ҙа ҡулланыла.
Бөгөн заман менән йәнәш атлаған эшҡыуарҙар бер өлкәлә генә туҡталып ҡалмай. Кемдер үҫемлекселек менән бер юлы малсылыҡты йә иһә йылҡысылыҡты үҙ итә, бәғзеләр икенсе йүнәлештә үҙ эшен аса. Ғәҙел Фәйзи улының да Баймаҡ ҡалаһында тирмәне бар: үҙе үҫтергән бойҙайҙан сифатлы һәм файҙалы он етештерә.
Ғаиләһенән дә уңған ул: ҡатыны Венера менән баһадирҙай ике улға ғүмер биргән. Асҡар менән Санъяр ҙа атайҙарының һәр көн эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала, үҙҙәре лә киләсәктә уның кеүек ҡеүәтле техниканы “йүгәнләргә” хыяллана. Әлегә атайҙары бүләк иткән төрлө машинала уйнайҙар: уның кеүек, тракторға ултырып, ер “һөрәләр”, комбайнда иген “уралар”. Кем белә, бәлки, улар ҙа, атаһынан күргән уҡ юнған, тигәндәй, атай-олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам итер.
Байыш ауылының йәнә бер тәжрибәле фермерҙарының береһе Рафиҡ Рәсүлевтең дә янына барҙыҡ. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән һөйләшергә форсат тапты.
Рафиҡ Рәйес улының сәсеү майҙаны 474 гектар тәшкил итә, 30-ҙан ашыу пайсыһы бар. Ғүмере буйы ер эшен яҡындан белгән, уны яратҡан эшҡыуарҙың тәжрибәһе – йәштәргә өлгө. Уға ла “ҡорос ат”ты үҙенә йүгәнләргә тура килгән, орлоҡ тейәшергә ауылдашы Мөхтәр Шаһморатов ярҙам күрһәтә. “Әле тупраҡта дым булған саҡта, яҙғы баҫыу эштәрен тамамлап ҡалырға кәрәк”, – ти тәжрибәле фермер.
Ҡасандыр яҙғы сәсеү эштәрендә баҫыуҙарҙа тракторҙарҙың гөрләүе әллә ҡайҙан ишетелеп торһа, бөгөн күпселек яланда фермерҙар үҙҙәре техникаға ултырып, сәсеүлектәрҙе лә үҙҙәре күҙәтә. Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, былай отошло ла кеүек. Ни тиһәң дә, эшҡыуарҙың кеҫәһенән әллә ни сығым китмәй, үҙе яйлап сәсә, кемгәлер эш хаҡын түләү ҙә кәрәкмәй. Һәр хәлдә сит илдә фермерҙар үҙ баҫыуҙарында тап шулай эшләй.
Әммә миҙалдың ике яҡлы булыуын да онотмайыҡ: бөгөн күп фермерҙар эшләргә кеше таба алмай. Ауылдарҙа эшһеҙ ятҡан халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, әммә уның эшләргә теләге юҡ. Ни өсөндөр ул ашлы, эшле һәм ҡош-ҡортона емле, малына бесән-һаламлы булғыһы килмәй. Быныһы инде – икенсе мәсьәлә.