Иҡтисад
25 Май 2021, 16:30

Быйыл - унынсы урындабыҙ

Андрей Назаров “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе – илдәге киң билдәлеләрҙең береһе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо сараға бәйле фекерҙәрен яҙҙы.
“Республика Башлығы менән бер нисә көн элек башланған “Газ. Нефть. Технологиялар” нефть, газ һәм химия форумында булдыҡ. Радий Фәрит улы пленар кәңәшмәлә сығыш яһаны. Унда был тармаҡ үҫеше хаҡында һүҙ барҙы. Етәксе үҙ сығышында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡҡа административ баҫым яһауҙы кәметеү буйынса илдә иң алдынғы ун төбәк араһына инеүе хаҡында белдерҙе. Был мөһим күрһәткесте иҫәпләү өсөн Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил төрлө ведомстволар мәғлүмәттәрен анализлай һәм махсус рейтингты ҡарай. Шулай итеп, уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса 11-се урындан туғыҙынсыға күтәрелә алдыҡ. Ә 2019 йылда 38-селә генә инек. Был үҫеш ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләү менән бәйле булды. Ул - төбәк Башлығы контролендә. Мин дә даими шөғөлләнәм. Был эшмәкәрлектә, беренсенән, Хөкүмәт структуралары, икенсенән, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәр, өсөнсөнән, күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнаша. Эшҡыуарлыҡ та ситтә ҡалмай, әлбиттә. Даими рәүештә бергәләп кәңәшмәләр үткәрәбеҙ, уларҙа тикшереүҙәр, яҙылған штрафтар һәм башҡаларҙы ҡарайбыҙ.
Ике йыл инде Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисының аҙналыҡ кәңәшмәләре үткәрелә. “Хисаплама биреү көнө”н булдырҙыҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары талаптар, закондарҙа үҙгәрештәр хаҡында һөйләй, һорауҙарға яуап бирә. Шулай итеп, ҙур мәғрифәт эше алып барабыҙ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас