Иҡтисад
25 Май 2021, 13:30

Газ үткәргес эшләй башланы!

Белгестәр баһалауынса, был - һуңғы 15 йылдың техник йәһәттән иң ауыр проекты.

Бөгөн, 25 майҙа, Өфөләге “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында асылған “Газ. Нефть. Технологиялар-2021” күргәҙмәһендә “Яңы Александровка” ГРС-ы – Затон биҫтәһе газ үткәргесен эшләтеп ебәреү тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – “Газпром газ бүлеү Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең идара итеү ойошмаһы генераль директоры Альберт Лоҡманов ҡатнашты.
26,2 километр оҙонлоғондағы 530 миллиметр диаметрлы газ үткәргес “Газпром” компанияһы инвестициялары иҫәбенә республиканың газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү һәм газ үткәреү программаһына ярашлы төҙөлгән. Ул тәбиғи газға 30 меңдән ашыу фатирҙы һәм социаль-мәҙәни объекттарҙы йылытыусы алты ҡаҙанлыҡты тоташтыра, Өфөнөң Ағиҙел аръяғын, шул иҫәптән Затон биҫтәһе менән яҡында ятҡан ауылдарҙы ышаныслы газ ағымы менән тәьмин итә.
Белгестәр баһалауынса, был - һуңғы 15 йылдың техник йәһәттән иң ауыр проекты. Газ үткәргес бик күп ер аҫты һәм ер өҫтө коммуникациялары, төрлө ҡаршылыҡтар аша уҙа. Мәҫәлән, белгестәр 769 метр оҙонлоғонда газ торбаһын Ағиҙел йылғаһы аҫтында алты метр тәрәнлектә махсус быраулау юлы менән үткәргән. Газ торбаһы трассаһының урмандар, егерменән ашыу участка милекселәре биләмәһе аша уҙыуы ла ауырлыҡтар тыуҙырған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Газпром” компанияһы идаралығы рәйесе Алексей Миллер 2021 - 2025 йылдарға республикала газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһына ҡул ҡуйғайны. Был документҡа ярашлы, газ тәүге тапҡыр 164 ауылға киләсәк, был 26 мең йортто, 280 социаль объектты газға тоташтырыу мөмкинлеген бирәсәк. Инвестиция күләме 13,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был үткән биш йыллыҡ менән сағыштырғанда алты тапҡырға күберәк.
Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә 2023 йылға тиклем газ үткән ауылдарҙа газды йорттарға тиклем бушлай үткәрергә ҡушыуы тураһында хәтергә төшөрҙө.
- Беҙҙең республикала газға тоташмаған 50 мең самаһы йорт хужалығы бар, шуға күрә Президенттың был ҡарарын бик көткәйнек. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдан алып тораҡ йорттарға льготалы газ үткәреү өсөн сертификаттар бирә башланыҡ. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, күп балалы ғаиләләргә ҡағылды. Был программа буйынса газды тоташтырыу сығымдарының 60-тан 80-гә тиклем процентын субсидиялайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әле “Газпром” менән был ике программаны берләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас