Иҡтисад
25 Май 2021, 07:07

Иген сәскән уңыр, бураҙнаһы тулыр

Йылайыр районы баҫыуҙарында яҙғы сәсеү эштәре дәррәү бара. Райондың “Венер Тусалин” крәҫтиән (фермер) хужалығы – төбәктең ҡеүәтле, тотороҡло үҫешкән, алға аныҡ маҡсат ҡуйып эшләгән предприятие­ларының береһе.

Йылайыр районы баҫыуҙарында яҙғы сәсеү эштәре дәррәү бара. Райондың “Венер Тусалин” крәҫтиән (фермер) хужалығы – төбәктең ҡеүәтле, тотороҡло үҫешкән, алға аныҡ маҡсат ҡуйып эшләгән предприятие­ларының береһе.


Хужалыҡ етәксеһе Венер Юлай улы сығышы менән Исҡужа ауылынан. 2012 йылда үҙ эшен асҡан эшҡыуар әле үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Уның етәкселегендәге кол­лектив иң яуаплы ауыл хужа­лығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәренә ныҡлы әҙерләнгән.
Венер Тусалиндың сәсеү майҙандары районда иң ҙурҙарҙан һанала, ул 1085 гектар тәшкил итә, шуның 357-һе – пайсыларҙыҡы. Йыл һайын фермер, пайсыларҙың теләгенә ҡарап, игенләтә йәки һалам-бесәнләтә иҫәпләшә.
Үҙе Йылайырҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, фермерҙың сәсеү майҙандары райондың икенсе бер сигендә урынлашҡан. Бикйән ауылы янындағы баҫыуҙа ике берәмек техника эшләй. Механизаторҙар Михаил Чугуев, Дамир һәм Илдар Исламғоловтар көндө төнгә ялғап, аяҙ сәғәттең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша.
– Йылдың ниндәй килеүенә ҡара­маҫтан, ваҡытында сәсеп ҡалырға тырышабыҙ. Әле тупраҡ дымлы, ямғырҙар яуып үтһә, мул уңышҡа ла өмөт бар. Орлоҡ фонды тулы­һынса үҙебеҙҙеке, шулай ҙа бер аҙ ситтән сифатлы орлоҡ һатып алдыҡ. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән тулыһынса тәьмин ител­гәнбеҙ, бар өмөт техникала инде. Тимерҙең ҡасан өҙөлөп, һынып китеүен белеп булмай, шуға күрә боҙолоп ултырыуыбыҙ ҙа ихтимал. Әлегә сәсеү эштәре планға ярашлы атҡарыла, май аҙаҡтарында тулыһынса тамамлаясаҡбыҙ, – ти Венер Юлай улы.
Фермер быйыл да традицион иген культураларына тоғро ҡалған, сәсеү майҙандарының күбеһендә бойҙай, арпа, һоло урын аласаҡ, шулай уҡ етен һәм борсаҡты ла сәсеү ҡаралған. Ни тиһәң дә, техник культураларҙы сәсеү отошло, сөнки уның хаҡы юғары. Ергә ятҡан орлоҡ яҡшы шытым бирһен өсөн баҫыуҙы ваҡытында ашлама менән һуғарыу ҙа мөһим. Был йәһәттән тәжрибәле фермер сәсеүҙә минераль ашламаларҙы ла киң ҡуллана, уның хаҡы юғары булыуға ҡарамаҫтан, күптән алып ҡуйған.
Ауыл эшсәндәренең бер нимәгә ҡарамай, тыуған ерҙәренә тоғро булып, ата-бабаларҙан ҡалған ергә – ҡара тупраҡҡа ҙур өмөт бағлап, орлоҡтар һала икән, һис шикһеҙ, улар йәм-йәшел булып баҫыуҙарҙы ҡаплап алыр, аҙаҡ унда башаҡтар шауы ишетелер. Һәр хәлдә ер ке­шеһе, үҙ еренең ысын патриоты Венер Тусалин шундай уйҙа. Ә уй­ҙарҙың – ысынбарлыҡҡа, хыялдар­ҙың тормошҡа ашасағына ышаныс ҙур.
Йылайыр районы.
Читайте нас