Мал аҙығы әҙерләү кампанияһына 790 комбайн йәлеп ителәсәк. Үткән йыл менән сағыштырғанда, 50 берәмеккә күберәк, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
"Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын даими яңыртыу һөҙөмтәһе был. Киләсәктә һәйбәт уңыш, килем алыуҙы маҡсат итеп алған хужалыҡтар әлеге мәлдә алдынғы техника туплай. Бөгөн заманса комбайн булмайынса, сифатлы мал аҙығы әҙерләү тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел. Ә был һөҙөмтә булараҡ малсылыҡта сағылыш таба. "Росагролизинг" буйынса техниканы яңыртыу аграрийҙарға республика бюджетынан субсидия алыу мөмкинлеге бирҙе", - тине Илшат Илдус улы.
Мал аҙығы әҙерләү комбайндары 92 процентҡа әҙер. 790 берәмек ошондай техниканың 726-һы төҙөк һәм бөгөндән эшкә сыға ала. Ҡалғандары 1 июнгә тиклем әҙер буласаҡ.
Былтыр ауыл хужалығы предприятиелары 10,5 миллиард һумлыҡ 3 607 берәмек техника һатып алыуға өлгәшкән.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.