“Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты “Башҡорт криоген технологиялары ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте медицина һәм техник газдар етештереү буйынса проектын киңәйтергә ниәтләй.
Компания медицина дауалау учреждениелары өсөн криоген ҡорамалдар етештерәсәк. Быға тиклем резидент 300 миллион һум күләмендәге инвестициялар хаҡында белдерһә, эшмәкәрлекте киңәйтеүгә шул тиклем үк сығымдар талап ителә.
Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова етәкселегендә күп профилле муниципаль берәмектәр үҫеше буйынса үткән кәңәшмәлә мәғлүм булды.
- Инвесторҙарҙың проекттарҙы киңәйтергә һәм өҫтәмә инвестициялар йүнәлтергә әҙер булыуы Башҡортостандың бизнес алып барыу өсөн уңайлы төбәк булыуын билдәләй. Проектты киңәйтеүгә бәйле тағы ла 50 эш урыны булдырыласаҡ, – тине Екатерина Кликунова.
Яңы проект криогазификаторҙар етештереүҙе лә үҙ эсенә аласаҡ, ул
конденсатланған криопродукттарҙы газға әйләндереүгә булышлыҡ итәсәк.
Әлеге ваҡытта инвестор республиканың медицина учреждениеларындағы ихтыяжды билдәләү өсөн техник аудит ойошторорға ниәтләй, артбан проекттың финанс моделе билдәләнәсәк.
Марта Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы “Башҡорт криоген технологиялары ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты итеп реестрға индергәйне.
Компания медицина һәм техник газдар етештереү буйынса проектын тулы цикл буйынса тормошҡа ашыра башлаған.
Предприятиела шыйыҡ медицина кислороды, газ рәүешендәге һәм шыйыҡ азот етештерергә лә ниәтләйҙәр. Инвестиция проекты 2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән.
Кәңәшмә барышында ағымдағы эштәре тураһында “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты “Башҡорт криоген технологиялары ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Русские Протеины Уфа” акционерҙар йәмғиәте; "Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты “Нефтекама мобиль биналар заводы”, “Нефтекама махсус техника машиналар төҙөү заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре вәкилдәре һөйләне.
Ошо резиденттарҙың проекттарын тормошҡа ашырыу төбәк иҡтисадына 2,2 миллиард һум аҡса йәлеп итергә һәм 900-ләгән кешегә эш урын булдырырға ярҙам итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда алты муниципаль берәмек моноҡала тип билдәләнгән (Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет, Благовещен, Учалы). Бында дөйөм алғанда 400 меңдән ашыу кеше йәшәй, был республика халҡының 10% самаһы тигән һүҙ.
Сығанаҡ: Башҡотостан Хөкүмәте.