Башҡортостан сәнәғәтендә ковидҡа тиклемге күрһәткестәр тергеҙелә башланы. Ағымдағы йылдың дүрт айы һөҙөмтәләре буйынса, етештереү индексы 102,6 процент тәшкил иткән. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй нефть газы форумының пленар ултырышында әйтте.
Уның белдереүенсә, нефть эшкәртеү элекке кимәленә сыҡҡан. "Ҡара алтын"ды табыу ҙа тергеҙелә башлаған. Эшкәртеү сәнәғәте, дүрт ай һөҙөмтәләре буйынса, 106 процентҡа эшләгән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн республикала “Газ. Нефть. Технологиялар-2021” күргәҙмәһендә Башҡортостан Башлығы “Газпром трансгаз Өфө” стенды янында заманса газ һурҙырыу агрегаты етештереү мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы. Уны ҡеүәте 25 МВт булған АЛ-41СТ газ трубинаһы двигателе нигеҙендә “ОДК-УМПО” заводы эшләйәсәк. Яңы агрегатты “Газпром” файҙаланасаҡ. Беренсе тәжрибә агрегаты һынау өсөн 2022 йылда әҙер булыр тип көтөлә.
Шулай уҡ “Газпром” менән “РусГазДобыча” компаниялары килешеү төҙөнө, уға ярашлы, “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы йыл һайын 28 миллиард кубометр газ эшкәртәсәк.