Иҡтисад
25 Май 2021, 07:30

Ҡуртым хаҡын түләүҙә ташлама ҡарала

Үҙгәрештәр бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республикалағы дәүләт милкен файҙаланыу хоҡуғын рәсмиләштереү тәртибенә үҙгәрештәр индереү башланғысын тәҡдим итте. Яңылыҡ йыллыҡ ҡуртым хаҡы билдәләүгә ҡағыла.
– Үҙгәрештәр Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Льготалар шулай уҡ республикала инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, – тине ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Ташлама эшҡыуарҙарға беренсе йылда йыллыҡ ҡуртым хаҡының – 40, икенсеһендә – 60, өсөнсөһөндә 80 процентын түләү мөмкинлеген бирә. Ошондай өҫтөнлөк бирелгән 2016 – 2020 йылдарҙа ҡуртым хаҡын льготалы түләүҙе һорап 131 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты (2020 йылда – 22) мөрәжәғәт иткән.
Әле ошо тәртипте файҙаланыуға ҡағылған бөтә мөрәжәғәттәр ҡәнәғәтләндерелгән.
Фото: instagram.com
Читайте нас