Иҡтисад
26 Май 2021, 12:45

Балалар лагеры буласаҡ

Быға тиклем һаулыҡ нығытыу учреждениеһы “Ростех” дәүләт корпорацияһына ҡараған Өфө моторҙар эшләү берекмәһе милке булған.

Башҡортостанда “Речные зори” профилакторийы республика милкенә бирелгән.
Быға тиклем һаулыҡ нығытыу учреждениеһы “Ростех” дәүләт корпорацияһына ҡараған Өфө моторҙар эшләү берекмәһе милке булған.
Кешеләрҙе сәләмәтләндереү учреждениеһы дәүләт милкенә үҙенсәлекле маҡсат буйынса күсерелгән: уның базаһында балалар лагеры ойоштороласаҡ.
– Профилакторий нигеҙендә мәктәп йәшендәге балаларҙа эшҡыуарлыҡ һәләтен үҫтерә торған профилле сменалы балалар лагеры буласаҡ, – тип хәбәр итте республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Объекттың баланс хаҡы 128,8 миллион һум тәшкил итә.
Милектең документтарын юллау процедураһы Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков раҫлаған план буйынса үткән.
“Ростех” дәүләт корпорацияһы – Рсәйҙең иң эре сәнәғәт компанияларының береһе. Илдең 60 төбәгендәге 800 фәнни һәм производство ойошмаларын берләштерә.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Читайте нас