Бөгөн - Рәсәй эшҡыуарлығы көнө. Ошо уңайҙан барлыҡ йүнселдәрҙе лә ҡотлайбыҙ һәм Баймаҡ районында йәшелсәселек менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән Әбделкәрим ауылы эшҡыуары Римма Йәнйегетова менән таныштырабыҙ.
Йүнсел үҙе үҫтергән ҡыярҙарҙы Баймаҡ һәм Йылайыр баҙарҙарына һатыуға алып сыҡҡан да инде. Ун йылдан ашыу ҡыяр, помидор, картуф, кәбеҫтә үҫтереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙың был өлкәлә үҙ серҙәре бар. Ире Әбйәлил Ерҡолов милләте буйынса – үзбәк. Тап уның тәҡдиме менән ғаилә йәшелсә үҫтереүгә тотона.
"Иремдең фамилияһы юҡҡа ғына “ер ҡоло” тигәнде аңлатмайҙыр. Ул ер эшен ифрат ярата. Йәшелсә үҫтереү, һис һүҙһеҙ, еңелдән түгел. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем тир түкмәйенсә, уңыш алыу мөмкин түгел. Миҙгел кәсебе булғас, табышы ла ваҡытлыса", - ти Римма Миҙәхәт ҡыҙы.
2008 йылда Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Римма Йәнйегетова үҙ эшен йорто янындағы бәләкәй теплицанан башлай. 2010 йылда ғаилә Әдбелкәримгә күсеп килеп, йүнселлеккә ныҡлап тотона. Крәҫтиән (фермер) хужалығы базаһында йәшелсәселек буйынса махсуслаша, ауыл янындағы буш ятҡан биш гектар ерҙе ҡуртымға ала. Утын менән йылытыла торған теплица төҙөй, март айынан ут яғып, тупраҡты йылытыу башлана. Тәүҙә ҡыяр, помидор, борос үҫентеләрен өйҙә ултырта, артабан уларҙы теплицаға алып сығып, һәр береһен махсус һауыттарға күсерә. Ер йылынып, эстә температура кәрәкле кимәлдән төшмәй башлағас, үҫентеләрҙе бергәләшеп ултыртып сығалар. Эшҡыуар ҡатындың төп ярҙамсылары - ире, бер туған ҡустыһы Кәрим, еҙнәһе Рәшит Сәлихов һәм балалары. Шулай уҡ йәшелсәләрҙе күсереп ултыртыу, уларҙы йыйыу буйынса көндәлек эшкә ауылдаштары йәлеп ителә.
Теплицала әле көн һайын тиерлек бер нисә ҡыяр өлгөрә. Уларҙан һуң помидорҙар урын алған, июнь баштарына бер юлы әҙер түтәлгә ултыртыу өсөн кәбеҫтә лә сәселгән. Йәшел тәмләткестәр ҙә, һатып алыусыларҙың ихатаһын, баҡсаһын йәмләр сәскә үҫентеләре лә бар.
Йүнсел ғаиләнең эшендә артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!