27 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен йорттарға газ үткәреү йәһәтенән тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак уҙғарҙы.
Вице-премьер әйтеүенсә, дәүләт башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә 2023 йыл аҙағына тиклем газ менән тәьмин ителгән биләмәләрҙә “зәңгәр яғыулыҡ”ты ул әле үткәрелмәгән йорттарға халыҡтан аҡса түләтмәйенсә еткереү бурысын ҡуйҙы.
"Был күләмле эште беҙгә бергәләп башҡарырға тура киләсәк. Ваҡыт аҙ – ни бары йыл ярым ғына ҡалды", – тине Александр Новак.
Ошо көндәрҙә Рәсәй нефть һәм газ форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президентының был башланғысын халыҡтың энтузиазм менән ҡабул итеүен белдергәйне.
"Беҙҙең республикала 50 меңгә яҡын йортҡа газ үткәрелмәгән, шуға күрә барыбыҙ ҙа Президенттың ошо ҡарарын көткәйнек. Бер үк ваҡытта 2019 йылдан беҙ төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарына, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына, ишле ғаиләләргә торлаҡты газ менән льготалы тәьмин итеүгә сертификат бирә башланыҡ. Был программа буйынса газ үткәреү хаҡының 60-80 процентын субсидиялайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әле 4376 кеше сертификат алған, газға 2798 йорт тоташтырылған. Был маҡсатҡа 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. “Газпром” менән ошо ике программаны көйләү йәһәтенән эш алып барабыҙ".
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142164.html