Иҡтисад
27 Май 2021, 18:00

Иғтибар үҙәгендә - аҙыҡ-түлек тармағы

"Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,2 миллиард һум тәшкил итә.

Республиканың Инвестиция комитеты аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә яңы проекттарҙы раҫланы. Уларҙы бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡаранылар. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,2 миллиард һум тәшкил итә.
“Добрынинъ” компаниялар төркөмө идарасыһы Ғариф Сурағолов Дәүләкәндә ит ярымфабрикаттарын етештереүҙе киңәйтеү проектын тәҡдим итте. Һүҙ район үҙәгендә ике завод, әҙер тауар келәте, таратыу үҙәге һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Бынан тыш, инвесторҙар ғәмәлдәге ҡеүәттәрҙе төҙөкләндерергә, яҡындағы биләмәне матурларға йыйына.
Ғариф Сурағолов белдереүенсә, билмән, варениктарға һәм башҡорт милли аш-һыуына булған ҙур ихтыяж яңы завод комплексын тулыһынса эшкә ҡушыу мөмкинлеге бирәсәк. Әҙер тауарҙы үҙҙәренең фирма магазиндары, төбәк сауҙа селтәрҙәре аша һатасаҡтар.
Һалынасаҡ аҡса күләме 590 миллион һум буласаҡ тип көтөлә. Проектты тормошҡа ашырыу 330 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.
– Был - сифатҡа юғары талаптар ҡуйған һөҙөмтәле бизнес өлгөһө, – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Инвесторҙар яҡшы темптар менән үҫешә. Киләсәктә беҙ компания эшмәкәрлеген диверсификациялау мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ.
Фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә проект өҫтөнлөклө статусы алды. Дәүләт ярҙамы итеп инвесторҙың инженер инфрастурктураһын булдырыуға киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар, шулай уҡ автотранспорт һәм ҡорамалдарға лизинг түләүҙәре менән ярҙам буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республика ошондай етештереүҙәргә ярҙамды арттырасаҡ.
– Беҙ мөһим йүнәлеште үҫтерәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү буйынса республика программаһын эшләп бөтөп киләбеҙ. Был документтарҙа булышлыҡ итеүҙең күп төрҙәре бар.
Мәләүез һөт-консерва комбинаты директоры Лариса Малахова ҡоро һөт тауарҙары һәм балалар туҡланыуы өсөн компоненттар етештереү цехы төҙөү пландары тураһында һөйләне.
Предприятие һөттө эшкәртеү, ҡоро һәм айыртылмаған һөт тауарҙары етештеү менән шөғөлләнә. 2019-2020 йылдарҙа комбинат техник йыһазландырыу өсөн 230 миллиондан ашыу һум аҡса инвестициялаған. Яңы проект иһә предприятие майҙансығында балалар туҡланыуы өсөн ингредиенттар сығарыу, юғары майлы һөт өҫтөнән май етештереү цехы булдырыуҙы күҙаллай.
Яңы ҡорамалдарҙы ҡуйыу өсөн урын әҙерләнгән, унда кәрәкле инженер селтәре үткән. Инвестиция күләме – 1,58 миллиард һум. Цех яңы 60 эш урыны булдырасаҡ. Ярҙам булараҡ, уларға техник ҡорамалдар һатып алыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар.
Тармаҡтың тағы бер проекты – аҙыҡ-түлек тауарҙарын һаҡлау өсөн логистика үҙәген төҙөү. Уны Өфөлә “Сервис-Маркет” компанияһы төҙөргә йыйына. Финанс директоры Илдус Ильясов хәбәр итеүенсә, 105 миллион һумлыҡ комплекс киң ассортиментлы аҙыҡ-түлекте ҡабул итеүгә, сорттарға бүлеүгә һәм һаҡлауға тәғәйенләнгән. Биш мең квадрат метр майҙанда 30 самаһы кеше эшләйәсәк.
Республиканың Инвестиция комитеты проектты раҫланы һәм мөлкәт менән килемгә һалым преференциялары тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы инвесторҙарға комплексты Өфө аҙыҡ-түлек кластеры биләмәһендә урынлаштырырға тәҡдим итте.
– Өфө ҡалаһы хакимиәтенә инвестор менән бергә урынлашыу өсөн оптималь майҙан табырға ҡушам. Аҙыҡ-түлекте ҡулланыусыларға, шул иҫәптән социаль объекттарға ташыу уңайлы булырға тейеш, – ине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас