Иҡтисад
27 Май 2021, 09:15

Иғтибар үҙәгендә – пассажирҙар автобустарын етештереү

2024 йылға Башҡортостанда “НефАЗ” йәмғиәтендә пассажирҙар автобустарын етештереү йылына 2-нән 3 меңгә тиклем барып етәсәк.

2024 йылға Башҡортостанда “НефАЗ” йәмғиәтендә пассажирҙар автобустарын етештереү йылына 2 меңдән 3 меңгә тиклем барып етәсәк.
Был пассажирҙар транспортын етештереү ҡеүәтен үҫтереү буйынса инвестиция проекты, шулай уҡ республикала техник паркты ойоштороу Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Яр Саллыға эш сәфәренең төп темалары булды. Премьер-министр двигателдәр, автомобилдәр заводын, ғилми-техник үҙәкте һәм “КАМА ЦФ” йәмғиәтен ҡараны.
– Предприятиеның, ыснлап та, өлгөлө икәнлегенә инандыҡ. Етештереү мәҙәниәте юғары. Был – тап ошо тармаҡта ғына түгел, дөйөм сәнәғәттә кәрәк стандарт. Шуға етәкселәребеҙ ике аҙнанан тәжрибә тупларға киләсәк. Үҙҙәрендә сафҡа индереү өсөн уҡыясаҡтар. “КамАЗ” менән ҙур проекттар планлаштырабыҙ, - тине республика Премьер-министры.
“КамАЗ”дың генераль директоры Сергей Когогин менән осрашыуҙа Туймазы ҡалаһында “ТЗА” йәмғиәтенең ғәмәлдә булмаған милек комплексы нигеҙендә сәнәғәт паркын ойоштороу, “НефАЗ” йәмғиәтендә етештереү ҡеүәтен йылына 3 мең берәмеккә еткереү тураһында килешеүҙәр ҡаралды.
Андрей Назаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был маҡсаттарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу өсөн квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. “КамАЗ” предприятиеһы тарафынан Нефтекамала уҡыу-етештереү базаһын үҫтереү әҙерлеге хаҡында әйтелгән.
Читайте нас