РФ ҡала төҙөлөшөн тәьмин итеү дәүләт мәғлүмәт системаһының Башҡортостан буйынса порталы илдәге ҡалаларҙың киңлек мәғлүмәттәре системалары араһында өсөнсө урын яуланы.
Ҡала иҡтисады институты “Рәсәй ҡалаларын һанлаштырыу: киңлек мәғлүмәттәренең асыҡ системалары рейтингы” тикшереүен үткәргән. Унда РФ ҡала төҙөлөшөн тәьмин итеү дәүләт мәғлүмәт системаһының Башҡортостан буйынса порталы илдәге ҙур ҡалаларҙың киңлек мәғлүмәттәре системалары араһында өсөнсө урын яулаған.
– Үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре һәм Башҡортостан лайыҡлы урын алған киңлек мәғлүмәттәре асыҡ системаларының формалашҡан рейтингы республика биләмәһендә ҡала төҙөү эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәғлүмәт системаһын ғәмәлгә индереү өлкәһендәге бурыстарҙы сифатлы атҡарыуыбыҙҙы күрһәтә, тип белдергән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – Алда эштәр күп әле. Ағымдағы йыл аҙағына системаға республиканың 63 муниципаль берәмеге ҡушылырға тейеш.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, коронавирус инфекцияһының таралыуы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙә онлайн режимды барлыҡҡа килтереүгә килтерҙе.