Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк системаһының эше тикшерелде. Ултырышты видеоконференция тәртибендә ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.
Игорь Комаров әйтеүенсә, 2014 йылдан Волга буйы федераль округында күп фатирлы 45 меңдән ашыу йорт капиталь ремонтланған, 6,5 миллионға яҡын кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.
– Шул уҡ беҙ капиталь ремонтты ваҡытында яһамауҙың ахыр сиктә авариялы йорттар барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуын аңларға тейешбеҙ, – тине Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле. – Капиталь ремонт өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү сараһын күреү – кешеләрҙең тормошонда ысын ыңғай үҙгәрештерҙе тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа мотлаҡ шарт. Быны дәүләт башлығы Владимир Владимирович Путин да даими билдәләй.
Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин төбәктәрҙең капиталь ремонт системалары эшен яҡшыртыу йәһәтенән эш алып барыуы тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта уларҙың финанс тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн ил субъекттары яғынан дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ихтыяж бар.
Совет ултырышы йомғаҡтары буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләнәсәк. Улар күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итәсәк.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142140.html