Иҡтисад
27 Май 2021, 17:45

Яңы завод төҙөмәкселәр

“Инвестиция сәғәте”ндә диңгеҙ контейнерҙары етештереү заводы проекты менән таныштырҙылар.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында төрлө йөк өсөн диңгеҙ контейнерҙары етештереү заводы проекты менән таныштырҙылар. Был башланғысты Благовещен мобиль конструкциялар заводы тәҡдим итте.
Инвестиция проектының идарасы партнеры Антон Теплов хәбәр итеүенсә, 480 миллион һумлыҡ завод Благовещен районындағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә урынлаштырыла, унда 116 эш урыны булдырыу күҙаллана. Завод йылына өс меңгә яҡын контейнер етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Продукцияға Рәсәй һәм сит ил заказсылары ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Яңы завод шулай уҡ күсмә ФАП-тар, һөт һәм ит продукцияһын эшкәртеү буйынса технологик комплекстар етештерәсәк.
– Медицина темаһы Башҡортостан өсөн көнүҙәк. Республикала бындай күсмә ФАП-тарға ҡыҙыҡһыныу бар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә баҙар күләмле, конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған сифатлы тауар етештерһәгеҙ, уға ихтыяж мотлаҡ буласаҡ.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142182.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас