Башҡортостан “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте тарафынан 28 майҙа 2.0 Төбәк экспорт стандартын сафҡа индереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәне үткәреү урыны итеп һайланды.
Сарала Рәсәйҙең Волга буйы федераль округына ҡараған субъекттарының башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашты. Республиканан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге төп ойоштороусылар булды.
"Маҡсатыбыҙ – экспорт үҫешенә булышлыҡ итәсәк инвестициялар йәлеп итеү өсөн инфраструктура булдырыу һәм уға иғтибарҙы йәлеп итеү. Экспортсының уңышы – илдең донъя баҙарындағы уңышы", - тине “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең төбәк проекты буйынса директоры Наталья Минаева.
"Беҙ яңы проекттарға, мөмкинлектәргә әҙербеҙ. Рәсәй экспорт үҙәге тарафынан эшләнгән 2.0 Төбәк экспорт стандарты – экспорт проектындағы ҡеүәтле инструмент, һәм беҙ уны уңышлы файҙаланабыҙ. Бөгөн Башҡортостанда стандарттың 15 инструментынан һигеҙе сафҡа индерелгән. Рәсәй экспорт үҙәге тарафынан планды 14 процентҡа арттырып үтәйбеҙ. Дөйөм сафҡа индереү проценты – 75 процент", - тип хәбәр итте Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Евгений Пономаренко, Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге Илдус Хәлитов ҡатнашты.
Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттары башҡарма власть органдарынан спикерҙар сифатында Киров өлкәһенең сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа министры урынбаҫары Сергей Банин, Түбәнге Новгород өлкәһенең сәнәғәт, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Владимир Балакин, Ырымбур өлкәһенең иҡтисади үҫеш, инвестициялар, туризм һәм тышҡы бәйләнештәр министры Денис Гончаров һәм башҡалар ҡатнашты.