Өфө – Аэропорт трассаһындағы хәрәкәтте юлдағы ремонт эштәре һөҙөмтәһендә сикләйәсәктәр.
Баш ҡалала Өфө – Ырымбур юлының М-5 “Урал” трассаһынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге участканы ипкә килтереү буйынса эш башлана. 31 майҙан юлсылар уның асфальт япмаһын фрезерлаясаҡ.
Эш ваҡытында автомобилдәр хәрәкәтен сикләйәсәктәр: ғәмәлдәге өс һыҙаттың береһе буйлап үтеп буласаҡ. Граждандарға уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн юлды көндөҙгә сәғәт 12-нән 7-гә тиклем ремонтлаясаҡтар. Ә йәкшәмбе өфөләр ҡалаға ҡайтҡанда эште туҡтатып торасаҡтар.
Ҡул ҡуйылған муниципаль килешеүгә ярашлы, эштәр 30 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш. Әммә подряд ойошмаһы ремонтты июль башында уҡ тамамлау өсөн барлыҡ көсөн һаласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был юлдан тәүлегенә 120 меңдән ашыу берәмек техника, шул иҫәптән йөк машиналары үтә. Был япмаға кире йоғонто яһамай ҡалмай.
Ҡала властары халыҡтан уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә, хәрәкәт маршрутын алдан планлаштырыуҙы һорай. Пугачев һәм Затон күперҙәре, М5 “Урал” трассаһы, Өфө районының Березовка һәм Нижегородка ауылдары аша альтернатив юлды файҙаланырға тәҡдим ителә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.