Бөгөн Туймазыға эш сәфәре барышында республика етәксеһе ҡаланың Ленин проспектындығы 1-се һәм 1а һанлы күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарын “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү эше менән танышты.
Ҡала мэры Эдуард Рәхмәтуллин әйтеүенсә, тәүге этапта тротуарҙарҙа, майҙансыҡтарҙа һәм квартал аша юлдарҙа асфальт-бетон япмаһын төҙөкләндерәсәктәр. Аҙаҡ уйын, спорт майҙансыҡтары булдырыласаҡ, йәшелләндереү эштәре башҡарыласаҡ, яңы яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ.
Халыҡ менән әңгәмәләшеү барышында Башҡортостан Башлығы эштәрҙе быйыл тамамлау өсөн биләмәне төҙөкләндереүгә өҫтәмә средстволар бүлергә ҡушыуын әйтте.
- Былтыр Туймазы районына ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 57 миллион һум аҡса бүлдек, ә быйыл коронавирус сәбәпле ярҙам 11 миллион һумға тиклем ҡыҫҡартылды. Шуға күрә ҡалаға тағы 15 миллион һум өҫтәрбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Ә 2022 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса республика бюджетынан 40-50 миллион һум бүлергә тырышырбыҙ. Беҙҙең бурыс – 2024 йылға ихаталарҙың 80 процентын төҙөкләндереү.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.