Бөгөн Стәрлетамаҡта комиссия “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса быйылғы беренсе проектты ҡабул итте.
Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы – подряд ойошмаһы – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Төҙөүселәр урамынан Артём урамына тиклемге Октябрь проспекты буйынса юлға асфальт түшәүҙе тамамланы.
Комиссия составында республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов, Юл хужалығы идаралығының милли проекттар һәм федераль программалар секторы мөдире Ирина Садиҡова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт, сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнештәр бүлеге етәксеһе Илдар Усманов һәм башҡалар булды.
Юрий Троттың һөйләүенсә, объект барлыҡ талаптарға ярашлы атҡарылған, подряд ойошмаһы тарафынан быға тиклем асыҡланған иҫкәрмәләр бөтөрөлгән. "Бөгөн Стәрлетамаҡта милли проект буйынса юлдарға асфальт түшәү 50 процентҡа тиерлек атҡарылған", - тип белдерҙе Юрий Волдемарович.
Милли проект нигеҙендәге объекттарға техник контроль үткәргән Фәнис Ғафаров Октябрь проспектында атҡарылған эшкә юғары баһа бирҙе.
Быйыл, милли проектҡа ярашлы, төбәк тәғәйенләнешендәге, норматив талаптарына ярашлы автомобиль юлдары өлөшөн арттырыу планлаштырыла. Стәрлетамаҡта 11,98 километр оҙонлоғондағы 13 юлды ремонтлаясаҡтар.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.