Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн бәләкәй күләмдәге (600 мең һумға тиклем) һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген киңәйтеү маҡсатында Бәләкәй күләмдәге сауҙа агрегаторының (АТМО) мәғлүмәти подсистемаһы һәм Bash.market төбәк маркетплейсы булдырылды.
"Башҡортостан Хөкүмәте эшҡыуарлыҡ секторын яҡлау бурысын ҡуйҙы. АТМО-ла ҡатнашыу һәм Bash.market төбәк маркетплейсы - ошо бурысты хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк алымдарҙың береһе. Маркетплейсҡа тауарҙары тураһында мәғлүмәт ҡуйып, етештереүселәр үҙ продукцияһын киңерәк танытыу, заказсылар менән туранан-тура эш итеү, һөҙөмтәлә ҡулайлы хаҡтар билдәләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ", - тип билдәләне Башҡортостандың Конкуренциялы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Маркетплейс эшҡыуарҙарға платформа нигеҙендә ҙур булмаған интернет-магазин булдырырға һәм ҡулланыу баҙарын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Етештереүселәр түбәндәге өҫтөнлөктәргә эйә:
- кооперацияны үҫтереү өсөн ҡатнашыусылар, етештереүселәр, шулай уҡ финанс, логистика, страховка хеҙмәттәре күрһәткән компаниялар иҫәбен күбәйтеү мөмкинлеге;
- дәүләт хеҙмәттәре менән бәйләнеш;
- партнер компаниялар Башҡортостан етештереүселәре тураһында көнүҙәк мәғлүмәтте тиҙ арала аласаҡ.
Сәнәғәт эксплуатацияһына индергәндән һуң (2020 йылдың ноябре) АТМО эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре түбәндәгесә:
- 3,5 мең самаһы заказсы һәм 4,5 меңдән ашыу тауар менән тәьмин итеүсе теркәлгән;
- АТМО ярҙамында 11 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән;
- килешеүҙәрҙең дөйөм суммаһы бер миллиард һумдан артҡан;
- экономия 5,4 процент (67 миллион һумдан ашыу) тәшкил иткән.
Тәүге һөҙөмтәләр бик яҡшы. АТМО һатып алыуҙарҙың асыҡ булыуын тәьмин итә, баһалау, анализлау процедураларын контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.