Иҡтисад
28 Май 2021, 10:00

“Сәсеү объективта”: конкурс дауам итә

Ойоштороусылар игенселәрҙең еңел булмаған хеҙмәтен сағылдырған фотоларҙы һәм видеоматериалдарҙы көтә.

Мәғлүм булыуынса, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы апрелдән алып “Сәсеү объективта-2021” конкурсына эштәр ҡабул итә. Унда киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, фотохәбәрселәр һәм ижад менән мауыҡҡан ябай граждандар ҡатнаша ала. Ойоштороусылар игенселәрҙең еңел булмаған хеҙмәтен сағылдырған фотоларҙы һәм видеоматериалдарҙы көтә.
Эштәр “2021 йылғы сәсеү тураһында иң яҡшы фото”, “2021 йылғы сәсеү тураһында иң яҡшы видеоматериал” номинацияларында баһалана.
Материалдар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр дипломдар, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә.
Сараны Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге ойоштора.
Фотолар һәм видеояҙмалар электрон тәртиптә Makarova.om@bashkortostan.ru адресына ҡабул ителә. Шулай уҡ https://apkrb.info/docs/polozhenie-o-konkurse-fotografiy-i-videomaterialov-sev-v-obektive һылтанмаһы буйынса ғаризаны күсереп алып, тултырырға һәм конкурс тураһындағы положение менән танышырға мөмкин.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/370575/
Сығанаҡ: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас