Иҡтисад
28 Май 2021, 18:30

“САВА” яңы пландар ҡора

Республика етәксеһе комбинат етәкселәрен дәүләт ярҙамы саралары тураһында фекер алышыу өсөн “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районына эш сәфәрендә “САВА” ит комбинатына ла һуғылды һәм уның үҫеш мөмкинлектәре менән танышты.
Предприятие учредителе Азат Ҡаһиров хәбәр итеүенсә, коллектив егерме йылдан ашыу колбаса һәм ит деликатестары етештерә. Бында 200-ҙән күберәк төр продукция етештерелеп, Рәсәй төбәктәренә һәм БДБ илдәренә ебәрелә. Быйыл дүрт ай эсендә колбаса етештереү күләме ике мең тоннанан ашыу тәшкил иткән. Продукцияға ихтыяждың кәмеүе сәбәпле, предприятие тулы ҡеүәтенә эшләмәй.
Республика етәксеһе ит комбинаты етәкселәрен дәүләт ярҙамы саралары тураһында фекер алышыу өсөн “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
- Ит комбинатының ҙур тарихы бар, был предприятиены яҡшы беләбеҙ. Уны үҫтереү буйынса яҡындағы пландар – мәктәп туҡланыуы баҙарына сығыу, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Мәҫәлән, бында ГОСТ һәм медицина талаптарына ярашлы сосискалар етештерелә. Унан тыш, комбинатта әле бик популяр булған снектар етештереү планлаштырыла. “Инвестиция сәғәте”ндә ниндәй ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алышырбыҙ, шул иҫәптән аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы республика программаһы буйынса ла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас