Иҡтисад
28 Май 2021, 04:41

Шарандар табышлы тармаҡтарҙы үҫтерә

Үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла берҙәй алып баралар.

“Шаранагрогаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1992 йылда “Дмитриево-Поляна” совхозы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ә совхоз газсыларҙың ярҙамсы хужалығы булараҡ нигеҙләнгән була. Бында үҫемлекселек тә, малсылыҡ та үҫешә. Тарихында төрлө осорҙар була – бик уңышлылары ла, уңышһыҙыраҡтары ла.


2019 йылда оҙаҡ йылдар эшләп килгән “Шаранагрогаз” предприя­тиеһына ҙур ынтылыш һәм тиҙләнеш биргән ваҡиға була. Уға яңы инвестор килә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғә­те”н­дә республика етәкселе­генең инвестор менән осрашыуы үтә. Ултырышта “Фермер ит сәнәғәте компанияһы” йәмғиә­тенең “Шаранагро­газ”ды экспортҡа йүнәлтелгән ауыл хужалығы предприятиеһы итеү тураһындағы проект менән Мансур Латипов сығыш яһай. Ә “Фермер ит сәнәғәте компания­һы” үҙ сиратында республикала 2017 йылда барлыҡҡа килә һәм Башҡортостан фермер­ҙары, ауыл хужалығы предприятиелары етештергән итте эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шуға күрә уның Шарандағы хужалыҡҡа иғтибар итеүе ғәжәп түгел.
Яңы проект сәсеү майҙан­дарын арттырыу, сеймалды тулыһынса эшкәртеү һәм етештерелгән продукция менән өҙлөкһөҙ сауҙа итеү маҡсатын алға ҡуя. Эшкәртелгән иген продукцияһын – Ҡытайҙың Чуньцинь провинцияһындағы партнерҙарға, ә ит сеймалын Өфө районындағы эшкәртеү предприя­тиеһына оҙатыу ҡарала. Был эшкә йәлеп итергә ниәтләнгән инвестициялар күләме – 225 миллион һум. Проектты тормошҡа ашырыу өҫтәмә эш урындары булдырырға, район иҡтисадын кимәлгә юғары күтәрергә ярҙам итәсәк тип күҙаллана.
Шулай итеп, “Шаранагрогаз” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте үҫеш өсөн яңы көс-ҡеүәт ала, ауыл хужалығы продукция­һы етештереү, эшкәртеү һәм һатыу буйынса һөҙөмтәле эшләгән юғары рентабелле, күп тармаҡ­лы предприя­тиеға әүерелә. Малсылыҡ та, үҫемлекселек тә берҙәй ныҡлы үҫтерелә.
Етештереү буйынса директор урынбаҫары – йәмғиәттең баш агрономы О. И. Горошко һөйлә­үенсә, предприя­тиеның 5258 гектар һөрөнтө ере бар. Унда бойҙай, арыш, кукуруз, етен, арпа, көнбағыш, мал аҙығына кәрешкә, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр үҫтерелә. Быйыл 723 гектарҙа бойҙай, көҙгө культуралар, 1300 гектарға яҙғы иген культуралары сәселгән. 724 гектарҙа көнбағыш игәсәк­тәр. Етенгә 1012 гектар ер бирелгән. Туҡыу, фармацевтик, аҙыҡ-түлек тармаҡ­тарында киң ҡул­ланылған был техник куль­тураға ихтыяж йылдан-йыл арта. Шуға уны үҫтереү отош­ло. Етмәһә, етен яуым-төшөмгә фәҡир йылдар өсөн дә бик ҡулай үҫемлек, ҡороно ярата.
“Шаранагрогаз”да быйылғы сәсеү уңышлы тамамланған. Әле баҫыуҙарҙа химик утау бара. Ашламалар, үҫемлек­тәрҙе һаҡлау препараттары, микроашламалар ме­нән ваҡытында эшкәртеп, туҡ­ландырып тороу яҡшы уңышты тәьмин итә.
Игендән алынған уңыштың бер өлөшө хужалыҡ малына аҙыҡ итеп һалына, ҡалғаны һа­тыуға сыға­рыла. Киләһе йылға арпа менән бойҙай һатырға йыйыналар. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Баш­ҡортостан буйынса филиалы менән тығыҙ бәйлә­нештә эшләйҙәр. Унан белгес­тәр килеп, хужалыҡтың иген киптергесен ҡараған, юғары баһалаған. Бында киләһе йылға сифатлы орлоҡ һалыуға ла ҙур әһәмиәт бирелә.
Хужалыҡ сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе сәсеү әйләнешенә инде­реү менән шөғөлләнә. 2020 йылда ғына ла 1000 гектарҙан ашыу шундай ерҙе ҡулланыуға алған­дар, 700 гектарына бойҙай сәскәндәр. Культуралы көтөү­лек­тәрҙе оҫта фай­ҙаланып, малдарына етерлек бесән әҙер­ләйҙәр. Шартлы бер баш малға йәмғеһе 38 центнерҙан ашыу аҙыҡ берәмеге тура килә.
Мал һаны байтаҡ – 900 баш самаһы һыйыр бар, һауын һы­йырҙары – 400-ләп. Үҙеңдең мал аҙығы етештереү базаң булмаһа, ул тиклемде туйҙырыу һәм хужа­лыҡты рентабелле итеү мөмкин түгел, әлбиттә. Күләм генә түгел, сифат та хәл иткес әһәмиәткә эйә, сөнки уға малдарҙың продукт­лылығы һәм һаулығы ныҡлы бәйләнгән.
Малды яңы технологик талап­тарға ярашлы аҫрайҙар, тәр­биәләйҙәр. Һыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасыралар. Һәр быҙауҙы айырым ситлеккә ҡуялар, был улар араһында ауырыу таралыуҙан һаҡлай. Дөрөҫ ашатыу ҙа йәш малды юғалтыуһыҙ үҫтереү мөмкин­леген бирә. Уларҙы престартер һәм стартер аҙығы ашатып аҫрайҙар. Был төр аҙыҡ йәш малдың бөтә үҙенсәлеген иҫәпкә алып, фәнгә нигеҙләнеп эшләп сығарылған, быҙауҙың нескә тиреле ҡарынына зыян килтермәй торған, бөтә кәрәкле витаминдар һәм микроэлементтар менән байытылған еңел үҙләш­терелгән ризыҡ булып тора. Малҡайҙар шәп үҫә, һөйәктәре, эске ағзалары тиҙ нығына.
“Шаранагрогаз” йәй буйы көн һайын 50-55 центнер һөт һата. Уның аҡсаһына ике фермаға ла һыуытҡыс, танкер менән яңы һөт үткәргестәр алып ҡуйғандар. Биналарҙы камиллаштыралар, яңы техника алалар.
“Шаранагрогаз” ойошто­ролған замандарынан алып уҡ тоҡом­солоҡ менән уңышлы шөғөлләнә килде. Әле лә был юҫыҡта эшен дауам итә.

Хужалыҡта һыйыр малының “ярославль” тоҡомон үрсетеүгә тотоноп йөрөйҙәр. Ошондай таналар ҡайтартылған, уларҙы үрсетеү буйынса тоҡом репродукторы асыла. Был тоҡом күп һөт бирә торғандар иҫәбенә инә, етмәһә, үҙе әрһеҙ, көслө иммунитетлы, хатта һыйыр малы араһында киң таралған лейкозға ла бирешмәй.
Сығымдарҙы яңы техника, технологиялар, етештереүҙе автоматлаштырыу, механизациялау ныҡ кәметә. Эшмәкәрлекте оҫта менеджментҡа, фәнгә нигеҙләнеп ойоштороу ҙа – тотороҡло һәм табышлы предприятие булыуҙың мөһим шарты.

Читайте нас