Иҡтисад
28 Май 2021, 14:00

Стратегик әһәмиәткә эйә

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты.

Бөгөн Республика йортонда Радий Хәбиров Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты, сарала төбәктең финанс секторы үҫешен һәм банк ҡатнашлығындағы яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
– Һаҡлыҡ банкы – беҙҙең күптәнге ышаныслы партнёр. Ул республиканың иң эре һалым түләүселәре һәм эш биреүселәре рәтендә сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтарын әүҙем кредитлай, ҙур социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙа айырым роль уйнай, бигерәк тә республиканың торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Рәсәйҙә етенсе урын биләгәнен иҫәпкә алғанда. Төҙөүселәр өсөн эскроу-иҫәптәрҙең яртыһы проектлы финанслауға ярашлы Һаҡлыҡ банкына тура килә. Торлаҡ төҙөлөшө өсөн тупланмаларҙың республика программаһы ла юғары һөҙөмтәле икәнлеген иҫбатланы, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан ағымдағы йылдың тәүге кварталында ипотека кредиттары биреү буйынса илдең финанс күләме 16 миллиард һумдан ашҡан биш төбәге араһында. Ауыл ипотекаһына бәйле лә беҙҙең төбәк алдынғылар иҫәбендә: программа эшләй башлағандан алып дөйөм суммаһы өс миллиард һум тәшкил иткән 1 484 кредит бирелгән.
– Һаҡлыҡ банкы менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге стратегик әһәмиәткә эйә. Төбәктәге кредит ойошмалары араһында беҙҙең банктың филиал селтәре иң эреләрҙән һанала. Пандемия осоронда иҡтисадҡа булышлыҡ итеү йәһәтенән дә финанс ойошмаһы ҙур роль уйнаны, льготалы дәүләт программалары буйынса беҙ республика бизнесына һигеҙ миллиард һумлыҡ дүрт меңдән ашыу кредит бирҙек. Башҡортостан граждандарының 14 мең самаһы кредитын был осорҙа реструктуризацияланыҡ. Балалар туризмы кэшбегы буйынса программала ла республика алдынғы урынды биләй. Һаҡлыҡ банкының ҙур тәжрибәһен ҡулланып, мәктәп уҡыусылары өсөн дә программа эшләйәсәкбеҙ, - тине Һаҡлыҡ банкының өлкән вице-президенты Олег Ғәниев.
Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Урал банкы рәйесе Дмитрий Суховерхов әйтеүенсә, былтыр корпоратив клиенттарға 96,4 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән. Һаҡлыҡ банкы эре инфраструктур проекттарҙа ҡатнашыу даирәһен киңәйтергә, инновацион технологияларҙы төбәк иҡтисадының төрлө тармаҡтарына индереүҙә ярҙам күрһәтергә ниәтләй.
Радий Хәбиров банктың мәғариф учреждениеларын төҙөү өлкәһендәге проекттарын юғары баһаланы. Миҫал өсөн, “Затон-Көнсығыш” микрорайонында концессия килешеүе нигеҙендә 1 225 урынлыҡ белем биреү үҙәге төҙөләсәк. Был Һаҡлыҡ банкының тәүге “Аҡыллы мәктәбе” булыуы ихтимал.
Ауыл ерендә лә банк селтәре ҡыҫҡартылмаясаҡ.
Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәлихов ойошманың лизинг программаһы буйынса республиканың автобус паркын яңыртыуҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. “Алға” берҙәм транспорт картаһы проекты ла Һаҡлыҡ банкы тарафынан юғары баһа алды.
– “Алға” картаһын беҙ даими рәүештә яңы сервистар менән тулыландырабыҙ. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә льготалар менән файҙаланыу өсөн мөмкинлектәр булдырабыҙ. Бында хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас