Иҡтисад
28 Май 2021, 17:45

Яңы индустриаль парк төҙөләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында “Туймазы” индустриаль паркын төҙөү проекты менән танышты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районына эш сәфәре барышында “Туймазы бетон ташыу автомашиналары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булып, предприятие базаһында “Туймазы” индустриаль паркын төҙөү проекты менән танышты.
Йәмғиәттең генераль директоры Сергей Кленько хәбәр итеүенсә, завод биләмәһендә инженер инфраструктураһы менән тәьмин ителгән файҙаланылмаған майҙандар бар. Егерме йылдан ашыу буш торған корпустарҙы ремонтлау өсөн кәрәкле инвестиция күләме 450 миллион һум менән баһалана. Был бизнес өсөн 31 мең квадрат метр майҙан әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк. Проектты федераль һәм республика средстволары иҫәбенә финанслау ҡарала. Һалынған аҡса резиденттарҙың ҡуртым өсөн түләүҙәренән ҡайтарыласаҡ. Йәмғиәт шулай уҡ яңы эш урындары булдырасаҡ, һалым иғәнәләре түләйәсәк.
Парктың төп резиденты – Туймазы бетон ташыу автомашиналары заводы, ул бында тағылма техника етештереүҙе киңәйтәсәк.
"Рәсәй баҙарының йыллыҡ күләме 60 мең ярым тағылма тәшкил итә. Был техниканың күпселеген сит илдән тотонолған килеш индерәләр. Беҙҙең заводтың ҡеүәте йыл һайын 12 меңгә тиклем төрлө тағылма техника етештерергә мөмкинлек бирә", - тине Сергей Кленько.
Яңы проектты кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн төрлө белгестәр әҙерләү кәрәк. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә был тәңгәлдә тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
- Машина эшләү предприятиеларын үҫтергәндә һүҙ айырыуса мөһим компетенциялар тураһында бара. Туймазы бетон ташыу автомашиналары заводы етештереүҙе етди арттырырға һәм яңы изделиелар әҙерләп сығарырға уйлай. Бик яҡшы башланғыс. Шуныһы мөһим, “КамАЗ” етәкселеге лә беҙҙең проектты хуплай, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас